Тимәк, ысын күңелебеҙ менән Хоҙайҙың ҡасандыр беҙҙе ишетеренә ышанырға тейешбеҙ. Раббыбыҙ минең доғамды ҡабул итмәне, тип өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ.
Доға ҡабул ителеү өс өлөшкә бүленә. Мәҫәлән, берәй кеше һораны икән, Аллаһы Тәғәлә уға тиҙ арала һорағанын бирергә мөмкин. Әгәр ҙә берәйһенең теләге үтәлмәгән икән, был доға ҡабул булманы тигән һүҙ түгел. Ул доғаның икенсе төрлө ҡабул ҡылыныуы ихтимал. Мәҫәлән, ошо доға ҡылған кешегә яҙмыш ҡушыуы буйынса берәй хәсрәт йәки бәлә-ҡаза, борсолоу төшөргә тейеш. Ләкин Аллаһы Тәғәлә уны был һынауҙарҙан аралай. Доғаһының әжерен Хоҙай бирә.
Шуға күрә һәр саҡ доғала булығыҙ. Үҙегеҙ, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ өсөн уҡығыҙ. Мөхәммәт бәйғәмбәр әйтеүенсә, әгәр ҙә бер мосолман икенсе ҡәрҙәшенә берәй нәмә һорап доға уҡығанда ҡулын күтәрә икән, шул ваҡыт фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә доға менән: «Амин, амин! Ошо бәндәгә ул ҡәрҙәше өсөн һораған изгелектәрҙе бир!» – тип һорарҙар, ти.
Доғаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Раббыбыҙ, һис шикһеҙ, беҙҙе ишетер.