Тәнебеҙҙең берәй өлөшө ауыртһа, сәбәбен белеү, дауаланыу өсөн табипҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Тормошта төрлө хәл була. Мөьмин-мосолман үҙенең тормошон иртәнән кискә тиклем Аллаһы Тәғәләгә тапшырып йөрөргә тейеш. Беҙ уның ниндәй исем-сифаттарға эйә икәнен яҡшы беләбеҙ. Ул – күреүсе, ишетеүсе, яратыусы, һаҡлаусы.
Әҙәм балаларының күңелендәге хис-тойғолар, уй-фекерҙәре лә Аллаһы Тәғәләнең ҡулында. Иртән сығып киткәндә: «Барыһын да Хоҙайға тапшырҙым. Унан башҡа көс тә, ҡеүәт тә юҡ», – тип әйтһәк, әйләнеп ҡайтҡансы бөтөн халәтебеҙҙе Раббыбыҙға тапшырған булабыҙ. Сөнки беҙҙең ғүмеребеҙ, ризығыбыҙ, мал-мөлкәтебеҙ, йәнебеҙ, сәләмәтлегебеҙ – барыһы ла Уның ҡулында.
Рәсүлебеҙ үҙенең хәҙисендә: «Әгәр ҙә һеҙ хәйерле итеп Аллаһыға тәүәккәл ҡылһағыҙ, ул һеҙҙе ҡоштар кеүек ашатыр. Ҡоштар ҙа бит осоп киткәндә ас, ә ҡайтҡанда туҡ була», – ти. Был хәҙисте ҡайһы бер мосолмандар тура мәғәнәлә аңлап, бер нәмә лә эшләмәйенсә тәүәккәллек ҡылып ҡына йәшәһәң дә, Раббыбыҙ ризыҡландыра, тип уйлай.
Юҡ! Ҡоштар бит үҙенә ризыҡ табыу өсөн эҙләнә. Мосолман кешеһе лә, күңеле менән Аллаһҡа ышанһа ла, ҡулына тотоп эшләргә тейеш, йәғни сәбәп ҡылыу зарур. Әммә ҡайһы берәүҙәр Уға түгел, әйтәйек, аҡса, сауҙа, эш һ.б тәүәккәл ҡыла, Хоҙайға таянмай. Шуға ла бөтөн ауырлығы уға төшә.
Хоҙайға инаныуыбыҙ, һис шикһеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеләйтә. Әлбиттә, был әҙәм балаһының иманы ныҡ булғанда, Аллаһы Тәғәләне танып, бөтә исем-сифатын аңлап йәшәгәндә генә килә.
Аллаһ рөхсәте булмаһа, бер япраҡ та өҙөлөп төшмәй, бер тамсы һыу ҙа күктән яумай, бер секундлыҡ ел дә иҫмәйәсәк.