Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Декабрь 2022, 07:00

Ислам дине күҙлегенән дөрөҫ дауаланыу

Аллаһы Тәғәлә тарафынан был донъя шулай яратылған: унда тик еңел һәм күңелле көндәр генә булмай, ә һынауҙар ҙа килеп тора. Ҡөрьәндә:
«Беҙ һеҙҙе берәй нәмә менән: ҡур­ҡыныс, аслыҡ, йә малдың, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән мотлаҡ һы­наясаҡбыҙ, шуға сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә» («Әл-Бәҡара» сүрәһе), — тиелгән.
Ана шул һынауҙарҙың бер төрө — ул ауырыу. Бер яҡтан, ауырыу ҡыйынлыҡтың бер төрө булһа, икенсе яҡтан ул — Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте. Сөнки сирҙәр аша кешенең гонаһтары ғәфү ителә, ул Раббыһына йышыраҡ ялбара башлай һәм үҙенең хәлен яҡшыраҡ аңлай. Бәлки, кешегә бирелгән ауырыу — йәннәт ишегелер. Әгәр кеше уға сабыр итеп, Аллаһ хөкөмөнә риза булып, намаҙ-ураҙаларын теүәл тотоп йәшәһә, ошо ауырыуы бәрәбәренә уға йәннәт бирелер. Бәй­ғәмбәребеҙ өйәнәк менән ауырыған бер ҡатынды йәннәт менән һөйөнсөләне, шуға Ибн Ғәббәс ошо ҡатынға күрһәтеп, Ғата ибн Әбү Рәбахҡа: «Йәннәт әһел­дәренән булған ҡатынды күрһәтә­йемме?» – тигән.
Тағы бер хәҙисендә бәйғәмбәребеҙ шулай тигән: «Мосолманға нимә генә ҡағылмаһын — арыу, ауырыу, борсолоу, ҡайғы, рәнйеү, кәйеф төшөү булһынмы, хатта ниндәйҙер энә сәнсеүе булһынмы — бының аша Аллаһы Тәғәлә уның нин­дәйҙер гонаһын ғәфү итәсәк» (Бохари һәм башҡа имамдар риүәйәт иткән).
Тимәк, ауырыуҙың ошо яғын да күрә белергә кәрәк һәм Аллаһы Тәғәләгә зарланырға ярамай. Ләкин сир, ауы­рыуҙың яҡшы яғы ла бар тип, дауаланмай йөрөү ҙә дөрөҫ түгел. Сөнки был донъяла һәр сирҙән Раббыбыҙ йүнәлеү сараһы ебәргән. Шуға беҙгә бәйғәмбәребеҙ дауаланырға бойорған һәм шулай тигән: «Аллаһы Тәғәлә ауырыу һәм йүнәлеү төрҙәрен ебәрҙе, һәм һәр сырхауҙан йүнәлеү сараһын билдәләне. Шуға дауа­ланығыҙ, ләкин харам менән дауа­ланмағыҙ!» (Әбү Дәүд риүәйәт иткән).
Ошо хәҙистән аңлашылыуынса, ниндәй генә ауырыу килмәһен, унан йүнәлергә мөмкин, ләкин дауаланам тип, теләһә ниндәй харам нәмә эсергә йә ашарға ярамай. Мәҫәлән, сусҡа ите, хәмер бер ҡасан да тәнгә файҙалы була алмай. Тариҡ ибн Сүәйд тигән сәхәбә бәйғәм­бәребеҙҙән хәмер тураһында һорағас, ул уның харам булыуын әйтте. Тариҡ: «Мин уны дауаланыу өсөн эшләйем», – тигәс, бәйғәм­бә­ребеҙ: «Ул дауа түгел, ә сир!» – тине (Мөслим риүәйәт иткән). Араҡыны «йылыныр өсөн», «ҡайғыны баҫыр өсөн», «ашҡаҙанды эшләтер өсөн» эскән кешеләр ошо хәҙисте иҫендә тотһон.
Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә ошо тәнебеҙҙе аманат итеп бирҙе һәм беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ. Беҙҙең тәнебеҙҙең һәр өлөшө — хатта бармаҡ эҙҙәре лә Хоҙай тарафынан ҡоролған һәм беҙгә ваҡыт­лыса ҡулланыу өсөн бирелгән. Әгәр ошо камил тәнде хәстәрләмәй, уның таҙа­лығын, сәлә­мәтлеген, һаулығын ҡай­ғыртмаһаҡ, беҙ Аллаһы Тәғәләнең иң матур һәм бөйөк «ижадын» кәмһеткән булырбыҙ.
Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға ҡарата иғти­барлы булығыҙ, мосолман ҡәрҙәштәр!

«Диниәт» журналынан.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: