Мосолмандарҙа мәрхүмдәргә кесе йомала, йомала Ҡөрьән уҡып бағышлау, хәйер биреү ғәмәлдәре бар. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙисе буйынса, кесе йомала әруахтар Ахирәт донъяһына йыйыла һәм фани донъянан «күстәнәс», «бүләк» көтә. Берәү мәрхүм ата- әсәһе, туғаны, яҡыны, балаһы рухына бағышлап доға ҡылһа, ул әруахтарға ризыҡ булып барыр. Ахирәт донъяһына күскәндәр быға ныҡ һөйөнөр. Доғалар уҡығандан һуң ысын күңелдән үҙ һүҙҙәрең менән мәйеткә кәрәкле ниғмәттәрҙе һорағыҙ. Әйтәйек: «Йә, Раббым, мәрхүм атайымдың, әсәйемдең, олатай-өләсәйҙәремдең, туғанымдың (исемен, кем улы, ҡыҙы булыуын әйтеп) белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарын кисер, Ахирәттәге тормошон еңеләйт, рухтарын шат ҡыл. Ҡиәмәт көнөндә еңеллек бир, изгелектәрен ҡабул ит. Тар ҡәберҙәрен киң, нурлы ҡыл», тип теләргә була.
Ҡөрьәндән «Фатиха» сүрәһенән башлап «Аятел- Көрси», «Ихлас», «Кәүсәр», «Йәсин», «Тәбәрәк» сүрәләрен уҡығыҙ. Аллаһтың рәхмәте киң. Ҡыҫҡа сүрә булһынмы, оҙонмо, доға ҡылыусы кешенең теләгәне әруахтарға барып етер, әжер-сауабын ул бирер. Берәйһенә хәйер бирһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Иң мөһиме – был ғәмәлдәрҙе ихлас күңелдән Раббым ҡабул итһен, тип башҡарығыҙ.