Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Декабрь 2022, 20:30

«Байлыҡтың хәйерлеһен бир»

Бер көн Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, бөкрәйгән, арҡаһына ауыр утын йөкмәгән оло йәштәге бер бабайға тап булған. – Бына ошолай көн итәм инде, фәҡирмен... , – тип аһ-зарын еткергән ҡарт. Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, уға бер алмас тотторған. – Бына ошо байлыҡ ғүмереңдең һуңғы көнөнә тиклем етәсәк, хатта һинән һуң да ҡаласаҡ әле, – тигән ул. Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай теге сағындағы хәлдә йөрөй икән. Был күренешкә ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән, ғәләйһис-сәләм: – Шул ҡәҙәре байлығы була тороп,  нисек һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин икән? – тип уйлаған.  

«Байлыҡтың хәйерлеһен бир»
«Байлыҡтың хәйерлеһен бир»

– Эй... Теге мәл алмас ҡылыс тотоп ҡайтып килә инем, берәүҙәр талап алды, – тип тағы ла аһ-зарын еткергән.

Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, икенсе тапҡыр алмас ҡылысы һонорға торғанда Аллаһы Тәғәләнең әмере килгән:

– Бирмә, тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың, ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ.

Әҙәм балаһы йәшәү өсөн тырышырға, бер урында тапанмай, һәр саҡ ғәҙеллек, намыҫ менән алға ынтылырға тейеш. Шул саҡта Аллаһы Тәғәлә уға хәйерле байлыҡ насип итер. Хаҡ булмаған юлда тупланған мөлкәт – бер айлыҡ. Унан әҙәм балаһының үҙенә лә, балаларына ла файҙа килтермәҫ, тормоштарына ҡот-бәрәкәт ҡунмаҫ, тиелә дини китаптарҙа.

 

“Башҡортса дини календар”ҙан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: