Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Декабрь 2022, 07:00

Үҙең тапҡан ризыҡ татлыраҡ

Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде барлыҡҡа килтергәс, уға бөтә ғилемде һәм һөнәрҙе өйрәткән. Сөнки йәшәү өсөн кешегә һәр ваҡыт эшләргә кәрәк. Хеҙмәт һөйөү мосолманға хас сифат булырға тейеш.
«Эшләгеҙ, ғәмәлегеҙҙе Аллаһ, Уның рәсүле һәм иман  килтергән кешеләр күрәсәк!» – тиелгән Ҡөрьәндә («Әт-Тәүбә» сүрәһе, 105-се аят).
Халҡыбыҙҙың боронғо мәҡәлдә­рендә лә хеҙмәткә, һөнәрселеккә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, «Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр», «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ», тиҙәр. Мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың китаптарын уҡыһаҡ, ул да үҙ шиғырҙарында һәр нәмәне ҡайҙандыр көтөп ятыуҙы хурлыҡ тип атаған, тоғро юлды эҙләп, алға әйҙәгән.
Совет заманында халыҡты ныҡ эшләттеләр, әммә иркенләп көн итер­гә ирек бирмәнеләр. Ауыл­дағылар һыйырҙы берәүҙән артыҡ тота алманы, ҡалалағылар өсөн дачаға йөрөү  күптәргә хыял булды. Байҙарға ҡарата нәфрәт тәрбиә­ләнеләр, шуға кешеләр етеш йәшәү тураһындағы уйҙан да тыйыла торғайны. Ә ислам дине был йә­һәттән мөмкинлектәребеҙҙе сик­ләмәй, киреһенсә, бәрәкәтте эҙләргә өйрәтә. Әгәр кемдер байыны икән, ул бит ғибәҙәттәренә күберәк ваҡыт бүлә, ғаиләһен дә яҡшы итеп ҡарай, башҡаларға ла ярҙам итә, халыҡҡа файҙалы күп эш башҡара ала.
Әйткәндәй, бәйғәмбәрҙәребеҙҙең күбеһе йәш сағында күп итеп мал көткән, төрлө һөнәр үҙләштереп  кә­сеп иткән, ризыҡ таба алмай йөрө­гәндәрҙе сауҙаға өйрәткән. Хәҙис­тәрҙә әйтелеүенсә, Зәкәриә балта оҫтаһы булған, Ибраһим туҡымалар етештергән, ә Сөләймән мөнбәргә баҫып вәғәз һөйләгәнендә ҡулына ниндәйҙер эш ҡоралы тотоп торған да, телмәрен тамамлағас, төшөп бер мохтажға әлеге әйберҙе тапшырған һәм: «Ал да сығарып һат», – тигән.
Мөхәммәттең тормош юлын ҡараһаҡ, уның да һәр саҡ хәрәкәттә булғанын, ҡул көсө менән дә, сауҙа менән дә мал табырға тырышҡанын күрәбеҙ. Хәйер һорашып, башҡалар иҫәбенә йәшәү – динебеҙ өсөн ят күренеш.
«Кешенең арҡан тотоп, арҡаһына йөкмәп утын ташып һатыуы һәм шуның менән йөҙөн һаҡлап ҡалыуы башҡаларҙың һораныуына ҡара­ғанда хәйерлерәк – улар йә бирә, йә юҡ», – тигән бәйғәмбәребеҙ.
Әлбиттә, кәсептәрҙең яҡшыһы, насары бар. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең: «Халыҡ өсөн шундай заман етер, кеше үҙенә килгән байлыҡ хараммы, хәләлме булыуы тураһында һис уйланмай башлар», – тигән хәҙисен раҫлағандай, бөгөн кемдәрҙер малды алдашыу, урлашыу, ришүәт алыу юлы менән табырға тырыша. Ундай ке­шеләрҙең тоҙағына эләгеүҙән Аллаһ үҙе һаҡлаһын. 
Беҙ, мосолмандар, тик хәләл кәсеп менән йәшәргә ынтылырға тейешбеҙ. Ул саҡта ғына был донъяла ла бә­рәкәттә буласаҡбыҙ. Хоҙай ҡар­шыһына баҫҡас та үкенес той­маясаҡбыҙ.

  «Диниәт» журналынан.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: