Лоҡман Хәкимдән: «Кешенең бәхете, шатлығы, һөйөнөсө нимәнән тора?» – тип һорағандар.
– Кем генә булмаһын, һәр бер кешенең күңелендә өс әйбер бергә йыйылмаһа, ул бәхетле була алмай, – тип яуаплаған ул.
Уның иң беренсеһе – сәләмәтлек. Тәнеңдә бәләкәй генә бер яра булһа ла, тормоштоң йәмен ала. Урын өҫтөндә ятыусылар тураһында әйтмәйем дә. Бәхетле булып йәшәү өсөн беренсе шарт – сәләмәтлек.
Икенсеһе – өҫтәлеңдә ризыҡ булыу. Бының менән килешмәй мөмкин түгел. Сәләмәтлегең булып, өҫтәлеңдә ашарға ризығың булмаһа, нисек үҙеңде бәхетле тояһың?!
Өсөнсө шарт та бар. Уныһы – күңел тыныслығы.
Күҙ алдына килтерегеҙ: сәләмәтлек тә, ризыҡ та бар, ә тыныслыҡ юҡ. Бөгөн бындай кешеләрҙе – тормоштоң йәмен дә, тәмен дә тоймаусыларҙы йыш осратабыҙ. Күңелең тыныс булмаһа, эшең дә килеп сыҡмай, һаулығың да ҡаҡшай башлай.
Эйе, күңел тыныслығы – бик ҡәҙерле әйбер һәм бөтә нәмә уға нигеҙләнгән.
Әгәр ҙә йөрәгең тыныслыҡ тапһын тиһәң, уға нигеҙләнгән бәрәкәттәргә эйә булырға теләһәң, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫеңдә тот.
1. Был донъя – бер мәктәп. Һин унда уҡыусы. Тормошоңда булған һәр бер ауыр хәл һәм юлыңда осраған һәр бер кеше – уҡытыусы, һабаҡ биреүсе.
2. Шуны бел: Аллаһ тарафынан яратылған кәүҙәң, ундағы һәр бер ағзаң Хоҙайҙың бер ниғмәте. Һин уны ҡабул итһәң дә, итмәһәң дә, яратһаң да, яратмаһаң да, ул һуңғы һулышынаса һинең менән булыр. Шуға күрә барыһына ла «шөкөр» тип әйт.
3. Донъяла һинең алдыңа килеп сыҡҡан һәр бер мәшәҡәт – һинең сисмәгән мәсьәләң. Уның серен асһаң – күтәрелерһең, рухи яҡтан байырһың. Был дәресте үҙләштермәһәң, алға табан бара алмаҫһың.
4. Шуны бел: алдыңда килеп тыуған проблемалар – асылда һинең эсеңдә булған мәсьәләләр.
5. Онотма: бөгөн һинең ҡулыңда булған аҙ ғына әйбер ҙә хыялыңда булғандарынан хәйерлерәк. Тормоштары бөтөн булып та, ҡайғырып, хәсрәтләнеп ятыусылар бар. Күңел тыныслығын юғалтырға теләмәһәң, аҙҙың да ҡәҙерен бел.
6. Кеше тәҡдир мәсьәләһендә бик бутала. «Маңлайыма тыуғандан алып нимә күререм яҙылған инде. Нисек бар, шулай йәшәйем. Яҙылғандан уҙып булмай», – тиҙәр. Аллаһы Тәғәлә һиңә ҡағыҙ, буяуҙар биргән. Һин – үҙ рәсемеңдең рәссамы. Үҙең яҙмаһаң, уны башҡалар яҙасаҡ. Тәҡдир – бирелгән әйберҙәр генә. Ҡалғаны – һинең ҡулыңда. Оҫта рәссам бәләкәй генә ҡағыҙҙа ла ҙур әҫәрҙәр ижад итә ала.
7. Аллаһтың рәхмәте менән һин теләгән бөтә маҡсатыңа өләшә алаһың. Бары тырышлыҡ ҡына кәрәк.
8. Донъялағы барлыҡ бәрәкәткә лә ирешергә теләһәң, йөрәгеңде ишетергә өйрәнһәң, барлыҡ һорауға ла яуап табырһың.
Донъяла матур итеп йәшәү өсөн күп кәрәкмәй. Ябай ғына ошо ҡағиҙәләрҙе үҙләштереп, уларҙы тормошоңа индереү етә.
Аллаһы Тәғәлә биргән тормошҡа һөйөн һәм башҡаларҙы ла һөйөндөр.
Мәхмүт ШӘРӘФЕТДИН.