Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Октябрь 2022, 07:00

Яҡындарыңды хәстәрләү ҙә – изге ғибәҙәт

Бер ваҡыт бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре менән һөйләшеп ултырғанда шул мәғлүм була: йәштәр араһында сабырлығы, эшлеклелеге, көслө ихтыяры менән айырылып торған егет кәсеп итергә сығып киткән.
– Тотто ла ҡырға юлланды, – тип көрһөнгән өлкән әңгәмәселәрҙең береһе. – Их, үҙенең йәшлеген, көс-ҡеүәтен дин юлына сарыф итһә икән...
– Улай тимәгеҙ, – тип ҡаршы төшкән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.  – Әгәр ҙә  егет туғандарына ризыҡ табыу өсөн кәсепкә сығып киткән икән, ул – Алла юлында, ҡартлыҡ ҡорона ингән ата-әсәһе хаҡына аҡса табыу маҡсатын ҡуйған икән, ул – Алла юлында, йәшәү сығанағы эҙләһә, ул – Алла юлында. Ә инде үҙенә иғтибар йәлеп итеү, маҡталыу, башҡаларға күренеү маҡсатын ҡуйған булһа, шайтан юлында.
Ғибәҙәт – намаҙлыҡта ултырыу ғына түгел, ә тырышлыҡ, яҡындарың хаҡында хәстәрлек күреүҙә лә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: