Икенсеһе – сир килгәнсе, сәләмәтлектең ҡәҙерен бел, ти. Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ биргән икән, был – оло байлыҡ. Уны бер ниндәй байлыҡҡа, аҡсаға ла алмаштырып булмай. Шуға сәләмәт булғанда ла ғибәҙәттә уҙғарырға кәрәклеген белдерә.
Өсөнсөһө – фәҡирлек килгәнсе, байлыҡтың ҡәҙерен бел, ти. Уны Аллаһы Тәғәлә юлында тот, Уға хеҙмәт итергә онотма, тип иҫкәртә.
Дүртенсеһе – эш баҫҡансы, буш ваҡытыңдың ҡәҙерен бел, ти. Көндәлек эштәр менән генә мәшғүл булмайынса, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға ла ваҡыт тап,ти.
Бишенсеһе – үлем килгәнсе, ғүмерҙең ҡәҙерен бел, ти. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Ғүмерҙең ҡәҙерен бел, әхирәт тураһында уйлан», – тип ҡат-ҡат нәсихәт бирә. Әхирәтте иҫкә алыу өсөн зыяратҡа барырға кәрәк.
(Бохари, Риҡаҡ,3, Тирмиҙи, Зуһд, 25 )
Фото: Т. АМАНОВ.