Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Октябрь 2022, 17:00

Шундай замандар ҙа етәсәк

Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһиссәләм Ҡиәмәт көнө алдынан буласаҡ фетнәләр һәм ваҡиғалар хаҡында киҫәтеп ҡуйған. Ахырзаман билдәләре хаҡында хәҙистәр ҙә бар.

Шундай замандар ҙа етәсәк
Шундай замандар ҙа етәсәк

«Шундай замандар ҙа етәсәк: процентҡа йәшәмәгән бер әҙәм дә ҡалмаҫ. Туранан-тура булмаһа ла, уға туҙаны булһа ла төшөр» (Әбү Дауыт, 3/3331).

«Шундай замандар ҙа етәсәк: милкенең хәләлме, әллә хараммы икәненә бәндә иғтибар итмәҫ» (Бухари, Буюғ, 7,23).

«Шундай замандар ҙа етәсәк: хәҡиҡәтте һөйләгәндәр – ялғансы, ә ялғанды һөйләгәндәр хаҡлы булып иҫәпләнәсәк. Ышаныслы кешеләр намыҫһыҙ булып иҫәпләнәсәк, ә хыянатсыларға өмөт бағлаясаҡтар. Шаһитлыҡ талап ителмәгәндә, бәндә шаһитлыҡ ҡыласаҡ, ант итеүҙе талап итмәгәндә, бәндә ант итәсәк.

Фани донъяла Аллаһҡа һәм Уның Илсеһенә ышанмаған түбән заттар бәхетле буласаҡ» (Табарани, Әл-Муғджәмүль-Кәбир, XXIII, 314, Хайсами, VIII, 283).

«Шундай заманалар етәсәк: кешеләр хәләлгә өндәмәйәсәк һәм харамдан тыймаясаҡ» (Хайсами, Мәджмәуз-Заваид, VII, 280)

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.                                                     

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: