Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Октябрь 2022, 07:00

Ҡөрьәнде саң  ҡундырмай  һаҡлағыҙ

Ҡөрьән – Аллаһы Тәғәләнең Мөхәммәт өммәтенә биргән оло бүләге. Уны хөрмәтләү, ҡәҙерләү зарур. 


Китапты ятҡырып уҡығанда,  алғы яғын өҫкә ҡуйырға кәрәк, йәғни «Әл-Фатиха» сүрәһе өҫ яҡта була. Китапты кендектән түбәнерәк тотмайҙар. Уны таҙа урында саң ҡундырмай һаҡлайҙар.
Ҡөрьән – Аллаһы Тәғәләнең һүҙе. Был изге китап үҙенә ҡарата хөрмәт талап итә. Уны пак күңел, таҙа тән менән уҡырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә  был турала Ҡөрьән китабында ла киҫәтә.
Ҡөрьән уҡыу өсөн намаҙ уҡырға ниәтләгәс, тәһәрәт алырға кәрәк.

Ҡөрьән уҡырға әҙерләнеүсе ке­шенең күңеле, ҡәлебе Аллаһы Тәғәлә менән аралашыуға әҙер булырға тейеш. Күңелдең ят фекерҙәрҙән, буш уйҙарҙан азат ителеүе фарыз. 
«Берегеҙ Раббыһы менән һөй­ләшергә теләһә, Ҡөрьән уҡыһын!» – тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр. Шулай уҡ:  «Изге китаптан доғалар уҡыу өйгә бәрәкәт, ниғмәт килтерә», – тип тә иҫкәрткән.
Ҡөрьәндең ҡайһы сүрәһе, ҡайһы аяты уҡылһа ла, иң тәүҙә: «Әғүҙү билләһи минәшшәйтанирражим», – тип башланыр.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: