Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Октябрь 2022, 14:00

Йортоғоҙҙа бәрәкәт килһен, тиһәгеҙ...

Түбәндәгеләрҙе үтәү кәңәш ителә.

Йортоғоҙҙа бәрәкәт килһен, тиһәгеҙ...
Йортоғоҙҙа бәрәкәт килһен, тиһәгеҙ...

Беренсеһе:

«Ғаиләгеҙ менән күмәкләшеп йыйылған саҡта көн һайын Изге Ҡөрьәндән бер бит уҡып алығыҙ.

Икенсеһе:

«Шулай уҡ бергәләшеп йыйылған саҡта көнөнә бер генә тапҡыр булһа ла Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең бер хәҙисен уҡып сығығыҙ». (Ән-Нәүәүиҙең «Изгеләр баҡсаһы» китабын уҡырға була)

Өсөнсөһө:

«Ғаиләнең һәр бер ағзаһы, «Әстәғфируллааһәл-ғәҙыим үә әтүбү иләйк»» һәм «Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәййидинәә Мүхәммәд» тип, һәр береһен көн һайын 100 мәртәбә ҡабатлаһын. Уны юлда булғанда, нимәлер эшләгәндә лә ҡабатларға була.

Көн һайын шулай эшләһәгеҙ, йортоғоҙға, милкегеҙгә, ризығығыҙға бәрәкәт килер иншәАллаһ, һәр беребеҙгә ике донъяла ла бәхетле булырға яҙһын.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: