Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Сентябрь 2022, 09:25

«Үҙебеҙ үҙгәрмәй тороп, Аллаһы Тәғәлә лә хәлебеҙҙе үҙгәртмәҫ»

«Гонаһҡа батыу сәбәпле, Аллаһы Тәғәлә кеше башына төрлө бәлә-ҡаза, һынау ебәрә. Бәйел аҙмай, башҡа бәлә килмәй, тиҙәр ҙә бит. 

«Үҙебеҙ үҙгәрмәй тороп, Аллаһы Тәғәлә лә хәлебеҙҙе үҙгәртмәҫ»
«Үҙебеҙ үҙгәрмәй тороп, Аллаһы Тәғәлә лә хәлебеҙҙе үҙгәртмәҫ»

Үҙебеҙ үҙгәрмәй тороп, Аллаһы Тәғәлә лә хәлебеҙҙе үҙгәртмәҫ. Аллаһы Тәғәләбеҙҙең ҡушҡанын үтәп, тыйғанынан тыйылып йәшәргә кәрәк.

Төндә Тәһәжжүд намаҙына тороп, ер йөҙөндә ҡан-ҡойош бөтһөн, еребеҙгә тыныслыҡ килһен тип, һорайыҡ.  Аллаһы Тәғәләнән һуғыш туҡтауын һорап, Юныс ғәләйһиссәләм доғаһын күп итеп уҡырға мөмкин: «Ләә иләәһә илләә әнтә сүбхәәнәкә иннии күнтү минәз-заалимиин». Шулай уҡ ер-һыуыбыҙға тыныслыҡ теләп, Исми Әғзам доғаһын да  көн һайын уҡырға була, – ти Өфө районындағы Михайловка ауылындағы «Иман» мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙарға һабаҡ биреүсе Раббиа ханым Сөләймәнова.

Исми Әғзам доғаһын уҡығас, ошо доғаны ла уҡып ҡуйығыҙ:

«Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-рәджиим Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Аллаһүммә сәлли ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә әли сәйидинә Мөхәммәд.

Йә, Раббым, хәҙерге ваҡытта Ватаныбыҙ алдында килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәрҙе еңеләйт. Донъялағы барлыҡ илдәрҙең етәкселәренә иман, тәүфиҡ, ғәҙеллек бир. Раббым, тыуған илебеҙҙе һуғыштарҙан, емереүҙәрҙән, ҡан ҡойоуҙарҙан һаҡла. Йә, Раббым, армия сафтарында хеҙмәт иткән балаларыбыҙҙы һуғыш афәтенән һаҡла. Әбей-бабайҙарыбыҙ күргән ауырлыҡтарҙы беҙгә күрһәтмә, әсәләрҙең, балаларҙың күҙ йәштәре ергә таммаһын. Йә,Раббым, бөтөн ер шарында тыныслыҡ, ғәҙеллек урынлаштыр. Йә, Раббым, доғаларыбыҙҙы киң рәхмәтең менән ҡабул итеп ҡыл.

Бисмилләәһил-ләзии ләә йәдурру мәгә исмиһи шәйүн фил-әрды вәләә фиссәмәәи вәһүвәс-сәмигул галиим. Ин шәә Аллаһ. Ләә хәүлә вәләә күввәтә илләә билләәһ. Аллаһүммә сәлли ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә әли сәйидинә Мөхәммәд».

Исми Әғзам доғаһы

«Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим

Йәә Жәмиилү йәә Аллаһ йәә Ҡариибү йәә Аллаһ йәә Мүжиибү йәә Аллаһ
йәә Хәбиибү йәә Аллаһ йәә Раууфу йәә Аллаһ йәә Ғатүүфү йәә Аллаһ
йәә Мәғрүүфү йәә Аллаһ йәә Ләтыыфү йәә Аллаһ йәә Ғәҙыымү йәә Аллаһ
йәә Хәннәәнү йәә Аллаһ йәә Мәннәәнү йәә Аллаһ йәә Дәййәәнү йәә Аллаһ
йәә Сүбхәәнү йәә Аллаһ йәә Әмәәнү йәә Аллаһ йәә Бүрһәәнү йәә Аллаһ
йәә Сүлтаанү йәә Аллаһ йәә Мүстәғәәнү йәә Аллаһ йәә Мүхсинү йәә Аллаһ
йәә Мүтәғәәлү йәә Аллаһ йәә Рахмәнү йәә Аллаһ йәә Рахиимү йәә Аллаһ
йәә Кәриимү йәә Аллаһ йәә Мәжиидү йәә Аллаһ йәә Фәрдү йәә Аллаһ
йәә Витру йәә Аллаһ йәә Әхәдү йәә Аллаһ йәә Самәдү йәә Аллаһ
йәә Мәхмүүдү йәә Аллаһ йәә Саадиҡаль-үәғди йәә Аллаһ йәә Ғәлиййү йәә Аллаһ 
йәә Ғәниййү йәә Аллаһ йәә Шәәфи йәә Аллаһ йәә Кәәфии йәә Аллаһ
йәә Мүғәәфии йәә Аллаһ йәә Бәәҡый йәә Аллаһ йәә Һәәдии йәә Аллаһ
йәә Ҡадииру йәә Аллаһ йәә Сәтиирү йәә Аллаһ йәә Ҡаһһәәру йәә Аллаһ
йәә Джәббәрү йәә Аллаһ йәә Ғәәффәрү йәә Аллаһ йәә Фәттәәхү йәә Аллаһ
йәә Раббәс-сәмәәүәәти үәл-әрды йәә Ҙәл жәләәли үәл икрааам

   Әсъәлүкә бихаҡкы һәәҙиһил-әсмәәәәъи күллиһәә әң түсаллийә ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд үәәрхәм  Мүхәммәдән кәмәә салләәйтә үә сәлләмтә үә бәәрактә үә рахимтә үә тәрәххәмтә ғәләә Ибрааһимә үә ғәләә әәли  Ибрааһимә фил-ғәәләмиин. Раббәнәә иннәкә хәмиидүүм-мәжиид.
   Бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин. Үәлхәмдү лиллааһи раббил ғәәләмиин”.

 

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ булһа, минең сәхифәмә Гульназ Шайхутдинова (vk.com) яҙығыҙ. Һорауҙарға дин белгестәре яуап бирәсәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: