Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Сентябрь 2022, 17:30

«Күрше хаҡы – тәңре хаҡы»

Кем булыуына ҡарамаҫтан, һәр беребеҙ күршебеҙгә яҡшы булырға тейешбеҙ. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Көндөҙ ураҙалар тотоп, төндәрен нәфел намаҙҙар уҡыған, ләкин күршеләрен теле менән рәнйеткән ҡатын тураһында әйткәс, пәйғәмбәребеҙ уның тураһында: «Ул утҡа эләгәсәк!» – тигән (Әл-Бухари, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Икенсе бер хәҙистә: «Кем туйған ваҡытта эргәһендәге күршеһе ас тора, шул мөьмин түгел», – тиелә (Әт-тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр).

«Күрше хаҡы – тәңре хаҡы»
«Күрше хаҡы – тәңре хаҡы»

Тағы ла бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ мосолмандарға бик етди өндәшкән: «Кем Аллаһҡа һәм һуңғы көнгә ышана, шул күршеһен хөрмәт итһен» (Әл-Бухари һәм Муслим риүәйәт иттеләр). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ күрше хаҡын аңлап етмәй, күршеләр менән дошманлашып йәшәй. Был донъя ваҡытлыса икәнен дә уйламайҙар. Күршең нимәгәлер ғәйепле булһа ла түҙергә кәрәк.   «Мин һинең өсөн фәлән-фәлән эшләнем, ә һин миңә эшләмәйһең» йә иһә «мин һиңә ярҙам иттем, ә һин миңә итмәйһең» тип бәхәсләшмәгеҙ. Күршең һиңә ҡарата хаҡын тулыһынса үтәмәһә лә, уның яуызлығына изгелек менән ҡайтарырға кәрәк.

Бер хәҙистә Аллаһ рәсүле дуҫы Джибрил фәрештә тураһында шулай тигән: «Миңә Джибрил күрше тураһында шул тиклем күп кәңәштәр бирҙе, хатта мин күршегә мираҫ хаҡы билдәләнер тип уйланым» (Әл-Бухари, Муслим риүәйәт иттеләр). Йәғни күршегә шул тиклем яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк, ул үҙен һинең яҡын туғаның кеүек хис итһен.

Беҙҙең халҡыбыҙҙа ла: «Күрше хаҡы – тәңре хаҡы», – тигән әйтем бар. Бала саҡтан уҡ ислам динендә тәрбиәләнгән ата-балаларыбыҙ күрше хаҡының бөйөк һәм етди булғанын яҡшы аңлаған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: