Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Сентябрь 2022, 17:30

Көлдөрәм тип, арттырып һөйләмәгеҙ

Берәй шаян кеше ниндәйҙер ҡыҙыҡлы хәбәр һөйләй ҙә, ысынбарлыҡта булмаған нәмәләр ҙә өҫтәп ебәрә. Халыҡта быны арттыра, шыттыра, тиҙәр. Кемдер, бәлки, зыяны юҡ, әҙерәк биҙәп ебәрергә лә була, тип уйлайҙыр.

Көлдөрәм тип, арттырып һөйләмәгеҙ
Көлдөрәм тип, арттырып һөйләмәгеҙ

Ләкин пәйғәмбәребеҙ быны тыйған.  «Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрәм тип, нәмәлер һөйләй ҙә, алдай башлай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға», – тигән (Әбү Дәүд, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте көслө тип баһаланы).

Ни тиклем ҡурҡыныс киҫәтеү, шулай бит? Ә күбебеҙҙең тиерлек ҡасандыр булһа ла ниндәйҙер ҡыҙыҡ хәлде һөйләгәндә ялғанға төшөп киткәне булған бит. Бының өсөн тәүбә ҡылып, һәр бер һүҙебеҙҙе лә самалап ҡына һөйләйек.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: