Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Сентябрь 2022, 22:30

Үлгән кешенең кейемен нимә эшләтергә кәрәк?

Был һорау күптәребеҙҙе борсой. Кемдер, мәрхүмдең кейемен кейһәң, үҙең дә теге донъяға китеүең бар, тип иҫәпләй. Шуға кейергә ҡурҡып, ташлауҙы хуп күрә.  Бәғзеләр бер ҙә шикләнмәй генә туғандарына таратып бирә.  

Үлгән кешенең кейемен нимә эшләтергә кәрәк?
Үлгән кешенең кейемен нимә эшләтергә кәрәк?

– Үлгән кешеләрҙең яңы кейемдәрен ташлау үҙегеҙгә исраф килтереү була. Мәрхүм кешенең исеме менән саҙаҡа итеп таратып бирергә кәрәк. Был донъяны ҡалдырып киткән кешегә лә,үҙегеҙгә лә сауап булыр Инша Аллаһ.

Әле динебеҙ ҡанундарын үтәмәгән ваҡытта әле  мәрхүм кешеләрҙе оҙатҡанда ҡатнашҡаным бар.  Шул ваҡытта яңы-яңы кейемдәрен сығарып күмгәндәре хәтерҙә ҡалған. Был бик ҙур исраф бит инде. Кейә алырҙай, яҡшыларын таратып бирә, туҙған, иҫкергәндәрен матур ғына итеп күмә  йәки яндыра алаһығыҙ, – ти Өфө районының Михайловка ауылындағы «Иман» мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙарға һабаҡ биреүсе абыстай Раббиа ханым Сөләймәнова.

Кемдәр белмәй, исраф гонаһы изге ғәмәлдәргә йүнәлтеү мөмкин булғанды юҡ-барға сиктән тыш сарыф итеү.

Матди исраф – аҡса, милек, байлыҡтар.

 Рухи исраф гонаһ ҡылыу, ваҡытты бушҡа сарыф итеү һәм башҡалар. Ҡөрьәндә әйтелә: «Исраф итмәгеҙ, Аллаһ исрафсыларҙы яратмай (Әл-Әнғәм, Мал-тыуар сүрәһе, 141-се аят). Малын әрәм-шәрәм итеүселәр шайтандың ҡәрҙәштәре» (Әл-Исра, Төнгө йөрөү, 27-се аят).

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: