Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Сентябрь 2022, 11:05

Һәр көн салауат әйтәйек!

Был салауатты «Нәриә» тип атауының сәбәбе «Нәр» һүҙенән. Быны уҡыған кеше файҙаһын «ут тиҙлегендә ала» тигән мәғәнәлә. Икенсе исеме «Тәфрижийә», ғәрәпсәнән «еңеләйтеүсе» тип тәржемә ителә. Шулай уҡ тағы ла «Ҡуртубийә» салауаты ла тип йөрөткәндәр.  

Һәр көн салауат әйтәйек!
Һәр көн салауат әйтәйек!

Кемдер берәй ҙур эшкә тотонорға уйлаһа йә ауыр хәлдән ҡотолғоһо килһә, дөрөҫ ниәт менән салауат «Нәриә»не 4444 тапҡыр әйтеп, һораһын. Аллаһы Тәғәлә,  уның ниәтенә ҡарап, ярҙам итәсәк.

Был салауатты көн һайын 41 йәки 100 тапҡыр әйткән кеше тормош ауырлығын еңел үткәрәсәк. Аллаһы Тәғәлә уны һәр төрлө насарлыҡтан һаҡлап, эшендә еңеллек бирәсәк.

Шәйех Мөхәммәд-ат Туниси әйткән: «Кем һәр көн 11 тапҡыр был салауатты әйтһә, уның ризығы ямғыр яуған һымаҡ яуыр, ерҙән килеп сыҡҡан еләк-емештәр һымаҡ килеп сығырҙар». Был салауат Аллаһы Тәғәләнең хазиналарының береһе тиелгән. Ә уны әйтеү шул хазиналар һандығына асҡыс. Йәғни, кем был салауатты әйтә, шул хазиналарҙан өлөш ала.  

Кем уны әйтә, теләгәненә лә ирешә ала,йөрәген тынысһыҙлыҡтан, күңелһеҙлектән һаҡлай.  Салауат «Нәриә»не ҡаты ауырыған кеше өсөн әйтһәң,  сирленең хәле еңеләйер. Был  салауат пәйғәмбәребеҙгә яҡынлашыу өсөн иң тәьҫирле, иң көслөһө булып һанала.

Салауат «Нәриә»

Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән, ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинил-ләҙии тәнхаллү биһил-ғукадү үә тәнфәриджү биһил күрабү үә түҡҙаа биһил-хаүәәиджү үә түнәәлү биһир-рағааибү үә хүснүл-хаүәәтими үә хүснүл-хаүәәтим, үә йүстәсҡал-ғәмәәмү биүәджһиһил-кәриим үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии фии күлли ләмхатин үә нәфәсин биғәдәди күлли мәғлүүмилләк.

   Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһым! Уның үҙе хөрмәтенә сихырланған төйөндәр сиселгән, ҡайғы-хәсрәттәр киткән, ихтыяжһыҙ үә теләктәргә матурлыҡ үә гүзәлектәргә киң юлдар асылған, икһеҙ-сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, абруйы хөрмәтенә болоттар илаған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә, уның затына һәм сәхәбәләренә донъялағы һәр ҡарашта һәм һәр һулышта камил мәрхәмәт һәм тулы сәләмәтлек бүләк итсе!».

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: