Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Сентябрь 2022, 19:41

Атай-әсәйҙе хөрмәтләү – киләсәктә үҙебеҙгә хөрмәт ул

Бер ғалим бер йорт янынан үтеп бара икән. Бала атаһына ҡысҡыра, һуғып та ебәрә. Ғалим кеше туҡтаған да: «Нимә эшләйһегеҙ ул?» – тип һораған. Был һорауға малайҙың атаһы: «Эй, мөхтәрәм ғалим, был минең гонаһтарыма күрә шундай мөнәсәбәт. Мин дә атайыма шулай ҡылана, ҡысҡыра, һуға инем. Хәҙер минең балам да миңә шул һүҙҙе ҡысҡыра, мин атайыма һуҡҡан урынға һуға», – тигән. Беҙ атай-әсәйҙәребеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә булһаҡ, Аллаһы Тәғәлә лә үҙебеҙгә шуны күрһәтергә мөмкин.

Атай-әсәйҙе хөрмәтләү – киләсәктә үҙебеҙгә хөрмәт ул
Атай-әсәйҙе хөрмәтләү – киләсәктә үҙебеҙгә хөрмәт ул

Тимәк, ғаиләлә яҡындарыбыҙҙы хөрмәтләү – ул киләсәктә үҙебеҙгә хөрмәт, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте булыр, тип өмөт итеү тигән һүҙ.

Шулай уҡ ир кеше ҡатынын, ә ҡатын кеше ирен, балалары, кеше алдында ла хурламаҫҡа тейеш. «Һинең атайың шундай, һинең атайың бындай», – тип әйтмәгеҙ. Был – балалар хаҡына инеү, ата-әсәгә кире мөнәсәбәт тәрбиәләү.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: