Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Сентябрь 2022, 07:00

«Хәйерлегә булһын!»

Ике фәрештә кеше ҡиәфәтенә инеп, юлға сыға. Күпмелер барғас, кискә ҡарай бер ауылда туҡталып,  ярлы ғына күренгән йорттоң ишеген шаҡыйҙар. Ишекте ямаулы кейем кейгән хужа аса. Йорттағылар мосафирҙарҙы яҡты сырай менән ҡаршы ала һәм табын артына ултыртып, хөрмәт-ихтирам күрһәтә, ҡунаҡтарҙы иң яҡшы урынға йоҡларға һала.
Таң алдынан фәрештәләрҙең береһе аҙбарға сығып,  фә­ҡирҙәрҙең йәшәү сығанағы булған берҙән-бер һыйырын үлтерә. Икенсе фәрештә быға бик ныҡ ғәжәпләнә.Әммә юлдашынан һорамай. Хужалар уянғансы фәрештәләр сығып китеп, юлдарын дауам итә. 
Тағы төн етә. Был юлы улар затлы бер йорттоң ҡапҡаһын  шаҡый. Өйҙән сыҡҡан ҡупшы кейемле, тәкәббер ҡиәфәтле хужа былар менән бик дорфа һөйләшә. Ҡунырға ниәтләүҙәрен белгәс, индермәҫкә маташа. Әммә юлсылар үтенеп һорағас: «Ярар инде», – тип ризалыҡ бирә. Ризыҡ та, сәй ҙә тәҡдим итмәйенсә, төн сығырға тип,   аҙбарындағы бесәнлеккә йоҡ­ларға ебәрә. Таң алдынан әмир-фәрештә аҙбарҙың ишелә башлаған бер урынын рәтләп, төҙәтеп ҡуя ла, был йорттан сығып китә. Уның артынан ашыҡҡан икенсе фәрештә түҙмәй,   ҡыҙыҡһынып һорай:
– Әйтсе, ҡәрҙәш, ни өсөн һин беҙҙе ҙурлап, хөрмәтләп ҡунаҡ иткән фәҡирҙең һыйырын үлтерҙең? Ә ошо һаран, илтифатһыҙ байҙың һарайын рәтләп ҡуйҙың?
Яуап итеп фәрештә:
– Барыһы ла Алланың ҡушыуы буйынса эшләнде. Төндә был фәҡир кешенең ҡатыны үлергә тейеш ине. Үлем фәрештәһе килгәс, йорт хужаһының беҙгә күрһәткән хөрмәтен, йомарт­лығын иҫәпкә алып, мин Ғазраилдан хужабикәнең йәнен алмауҙы һораным. Ул ризалашты, әммә: «Был йортта ниндәй ҙә булһа йән эйәһенең йәнен алмайынса булмай», – тине. Шуға күрә һыйыр үлтерелде лә инде. Фәҡир был хәлде Алланың тәҡдире булараҡ ҡабул итеп, ихлас доға ҡылыр һәм Аллаһы Тәғәлә уға малын ҡайтарыр –  быуаҙ һыйыр бирер. Байҙың аҙбарындағы емерелә башлаған  урында хазина ята. Әгәр ул һарайҙы йүнәтә башлаһа, ошо байлыҡҡа юлығыр ине. Шуға мин уны рәтләп ҡуйҙым. Киләсәктә уны был йортҡа йәшәргә инәсәк иманлы ғаилә табасаҡ.
Беҙгә ниндәйҙер ауырлыҡ килһә, был хәл бик насар күренһә лә: «Хәйерлегә булһын!» – тип үткәрһәк, Хоҙай ул хәлдең аҙағын хәйерле итмәйенсә ҡалмаҫ. Үҙе ярҙамын биреп, ауырлыҡтан сығыу юлын күрһәтер.
Шатлыҡтың да асылында ни ятҡаны мәғлүм түгел. Ни генә булһа ла, артыҡ ҡайғырырға ла, ҡыуанырға ла кәрәкмәй. Бары тик: «Хәйерлегә булһын!» – тип әйтергә кәрәк.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: