Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Август 2022, 07:00

Исламда сәләмәтлектең ете ҡағиҙәһе

- Ҡулдар таҙалығы.  Был кешенең әйберенә теймәүҙе аңлата. Шулай уҡ зәҡәт, ғөшөр, фитыр саҙаҡаларын биреп барыуға ишара.
- Ҡолаҡтар таҙалығы. Был һүгенеүҙе, ғәйбәтте, әшәкелек менән әйтелгән һүҙҙәрҙе тыңламау кәрәклеген аңлата.
- Күҙҙәр таҙалығы. Нәфрәтле, көнсөл, боҙоҡ ҡараштарҙан азат булыу.
- Ауыҙ таҙалығы. Күп һөйләүҙән, буш һүҙҙәрҙән, яуыз, дорфа телле булыуҙан һаҡланыу.
- Тән һәм кейем таҙалығы. Тәнде таҙа тотоу, пак, матур итеп кейенеп йөрөү.
- Уйҙар таҙалығы. Башта тиҫкәре, насар уйҙар йөрөтмәү, үҙ-үҙеңде ҡыҙғанып, меҫкенгә һабышмау. 
- Йөрәк һәм йән таҙалығы. Хистәреңде саф килеш һаҡлау, Аллаһы Тәғәлә ижад иткән донъя­ны, хайуандарҙы, кешеләрҙе яратыу.                                                                            

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: