Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Август 2022, 12:37

«Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма»

Беҙҙең халыҡта: «Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма», – тигән әйтем бар. Хәҙистә килтерелгәнсә, сихырсыға, күрәҙәсегә, кәрт һалыусыға, бағымсы-юраусыға, төрлө ялған дауалаусыларға йөрөгән кешеләрҙең ҡырҡ көн буйына намаҙы ҡабул булмай. Намаҙ уҡыны, тип яҙыла, тик бер ниндәй ҙә сауап яҙылмай. Ә уларҙың һүҙҙәренә ышанһа, кеше мөшриккә әйләнә.

«Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма»
«Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма»

Ҡайһы саҡта улар дөрөҫ әйтә бит, тип тә әйтерһегеҙ. Бағымсы күҙебеҙгә ҡарап, беҙҙең бөтә биографиябыҙҙы һөйләп бирергә мөмкин.  Уға был хәбәрҙәрҙе беҙҙең яныбыҙҙа йөрөүсе, барлыҡ серҙәребеҙҙе белеүсе шайтан еткерә. Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендә, кеше шайтан ярҙамынан башҡа ғына сихыр менән шөғөлләнә алмай, ти. Әгәр беҙ бағымсыларға ышанһаҡ, ҙур гонаһлы булабыҙ. Аллам һаҡлаһын инде.

Бик шикләнеп, шөбһәләнеп барабыҙ. Ҡайһы ваҡыт кемдер беҙгә насарлыҡ эшләгән кеүек тойола. Ирем йәки күршем менән талашып бер булабыҙ, сихыр һалғандар, ахыры, тип ҡайҙалыр икенсе бер сихырсыға барыуы ла бар. Сихырҙы икенсе бер сихыр менән дауалау иманһыҙлыҡтың бер сағылышы булып тора.

Ҡөрьәнебеҙҙә барлыҡ ауырыуҙарға ла шифа бар. Юлдамы, өйҙәме – һәр ваҡыт доға уҡып, тыңлап йөрөргә кәрәк. Һаман да еңеллек килгәне һиҙелмәй икән, ете аҙан әйтеп өшкөрөлөргә кәрәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: