Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Август 2022, 15:48

Тәсбих тартыу һаулыҡ өсөн дә файҙалы

Көнсығыш илдәрендә тәсбихте тынысһыҙлыҡ, мәшәҡәт һәм хәүеф муйынсаһы тип атайҙар. Уны хатта кейемдең бер өлөшө итеп тә ҡарайҙар.

Тәсбих тартыу һаулыҡ өсөн дә файҙалы
Тәсбих тартыу һаулыҡ өсөн дә файҙалы

Әлеге ғәжәйеп муйынсалар хаҡында  Ҡөрьәндә бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Ғибәҙәт ҡылырға тиҫбе тотоп барыу йолаһы Төньяҡ Һиндостанда йәки Фарсыла башланғыс алған тигән фекер бар.

Ҡағиҙә булараҡ, тиҫбе 33, йә булмаһа 99 сәйлән бөртөгөнән тора. Өс тигеҙ өлөшкә бүленгән бөртөктәр араһына ҙурыраҡ сәйлән ҡуйыла.  Тәсбихтең ике башы тоташҡан ер эре төймәләр һәм суҡ менән тамамлана. Тиҫбе тартҡанда Аллаһы Тәғәләне ҙурлап, маҡтап һәм уға шөкөр ҡылып, төрлө доғалар әйтелә.

Ә яй ғына тәсбих тартыуҙың кеше һаулығы өсөн дә ни тиклем файҙалы икәнен беләһегеҙме? Ул ҡаҡшаған нервыларҙы тәртипкә һалырға, тулҡынланыуҙы еңергә, стрестан ҡотолорға ярҙам итә.

Насар ғәҙәте менән хушлашырға ҡарар итеүсе тәмәкеселәргә лә әлеге тылсымлы таштарҙың кәрәге тейеп ҡуйыуы бар. Бик ныҡ тартҡы килгән саҡтарығыҙҙа ҡулығыҙға тәсбих алығыҙ. Ихтимал, сәйләндәр менән биш минут «уйнағандан» һуң, әлеге теләгегеҙ баҫыла төшөр.

Тымау эләктерһәгеҙ, мәрйендәрҙе баш, урта, һуҡ һәм сыңғарсай бармаҡтар менән шыуҙырығыҙ. Башығыҙ ауыртып китһә, тәсбих ярҙамында бармаҡтарҙың остарын ыуып ҡарағыҙ. Әгәр кәйефегеҙ юҡ икән, тәсбихте усығыҙҙың уртаһынан тәгәрәтегеҙ – ус төбө нервы системаһы өсөн яуап бирә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: