Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Август 2022, 14:49

Шишәмбе көн яңы эш башларға ярамай, тиҙәр...

Элек-электән халыҡта шундай ышаныу йәшәй. Уңышһыҙ көн, тип тә билдәләнә. Етмәһә, ҡоро көн, тырнаҡ киҫергә лә ярамай, тип баралар. Ысынлап та, шулаймы икән?

Шишәмбе көн яңы эш башларға ярамай, тиҙәр...
Шишәмбе көн яңы эш башларға ярамай, тиҙәр...

Динебеҙҙә бөтә көндәр ҙә Аллаһы Сөбханә вә Тәғәләнеке. Был хаҡта «Йома» сүрәһенең 9-сы аятында ла әйтелә. Ерҙә һәм күктә булған һәр нәмә – Аллаһы Тәғәләнеке, һәр нәмә Аллаһы Тәғәлә тәҡдире, булмышы менән бара, тиелә. Шуға теге йәки был көндө айырырға ярамай, һәр көн Аллаһы Тәғәләнеке. Әммә изге көн – йома. Тырнаҡты теләһә ниндәй көндә, шул иҫәптән шишәмбе лә киҫергә ярай. Хөрәфәтләр менән яңылышмаҫҡа кәрәк. Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүҙәр шишәмбе генә түгел, башҡа көндәрҙә лә булған. Аҙнаның теләһә ҡайһы көнөндә ниндәйҙер бер көнгә таянып, һығымталар яһау динебеҙҙә хөрәфәт тип атала. Уларға алданырға ярамай.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: