Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Июль 2022, 08:39

Мәрхүмдәр рухына доға ҡылайыҡ!

Мәрхүм булған яҡын кешеләребеҙ беҙҙән доға көтә. Уларға бағышлап кесе йома, йома көндәрендә доға уҡыу һәйбәт.  

Мәрхүмдәр рухына доға ҡылайыҡ!
Мәрхүмдәр рухына доға ҡылайыҡ!

Тәһәрәтләнеп алғас, мәрхүмдәр рухына доға уҡырға ниәтләп, Ҡөрьәндән «Фатиха», «Аятел Көрси», «Йәсин», «Ихлас» сүрәләрен уҡығыҙ. Унан һуң ошо доғаны ҡылып ҡуйығыҙ:

«Йә Раббым, ошо сәғәттәрҙә, бер Үҙеңдең генә ризалығыңды өмөт итеп уҡыған Ҡөрьән аяттарын, барса кәмселек-хаталарымды ғәфү ҡылып, Үҙеңдең фазылың рәхмәтең менән ҡабул итеп ал. Унда булған әжер-сауаптарҙы ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһү ғаләйһи үә сәлләмдең рух шәрифтәренә ирештереп, рухтарын шат ҡыл, Ҡиәмәт көнөндә шәфәғәттәрен беҙгә лә насип ит. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдең һәм әсәбеҙ Һауа радый Аллаһү ғәнһүләрҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр ер йөҙөнә килеп киткән барса мөъмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең дә рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Зыяраттарыбыҙҙа мәрхүм-мәрхүмә булып, беҙҙән доға өмөт итеп ятыусы барлыҡ мөъмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Минән (ошо нигеҙҙән) доға өмөт итеүсе вафат булған барлыҡ туғандарымдың (ошонда мәрхүмдәрҙең исемен әйтегеҙ. Мәҫәлән, Кәримә Талха ҡыҙы. Атаһының исеме мотлаҡ ) рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл, уларҙы минән риза ҡыл. Ҡәберҙәрен иман нуры, Ҡөрьән нуры, Ислам нуры менән нурландырып, донъяла бәндәселек менән ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү ҡылып, ҡылған изгелектәрен арттыр, урындарын йәннәттә ҡыл. Уҡыған Ҡөрьән аяттарыбыҙҙы уларға сират күперен үткәндә етәксе, тамуҡ утынан пәрҙә, йәннәткә кереүҙәренә сәбәпсе ҡыл.

Йә Раббым, ил-көндәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, йәндәребыҙға тыныслыҡ, тәндәребеҙгә сәләмәтлек, маңлай күҙҙәребеҙгә нур, ҡәлб күҙҙәребеҙгә нур биреп, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙың, етәкселәребеҙҙең күңелдәренә тәүфиҡ-һиҙәйәт биреп, йәшәй торған донъяларыбыҙҙы Ислам донъяһы ҡыл. Малдарыбыҙға бәрәкәт биреп, бәндәселек менән ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа. Телдәребеҙгә, күңелдәребеҙгә сабырлыҡтар биреп, ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып, Үҙең риза булырлыҡ итеп үткәреүҙәребеҙҙе насип ит. Быға тиклем тәүфиҡһыҙлыҡта йөрөгән бәндәләреңдең күңелдәренә иман нуры һалып, тура юлдарҙы – мәсет, мәҙрәсә юлдарын күрһәт. Өйләнмәгән егеттәребеҙгә, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарыбыҙға хәйерле бәндәләр насип ҡылып, матур ғаиләләр ҡороп, динебеҙҙе ҡеүәтләүсе балалар үҫтерергә насип ҡыл. Йә Раббым, ошо килгән һәм киләсәк йылдарҙы хәйерле йылдарҙан ҡылып, беҙ, бәндәләреңдең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарын, хаталарын ғәфү ҡылып, афәттәрҙән, хәүеф-хәтәрҙәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан имен ҡылһаң ине. Үҙеңдең киң рәхмәтең менән, мул ниғмәттәреңде күреп һөйөнөргә насип ҡылһаң ине. Әжәлдәребеҙ етеп, аманат йәндәребеҙҙе Үҙеңдең хозурыңа тапшырғанда еңел ауырыу, анһат үлем биреп, ахырғы һүҙебеҙҙе – «Ләә иләәһә илләлааһ. Мүхәммәдүрасүлүллаһ», – тип иман менән донъянан үтеүҙәребеҙҙе насип итеп, ахырғы урындарыбыҙҙы йәннәттә ҡыл. “Раббәнәә әәтинәә фиддүнийәә хәсәнәтәү һәм фил әәхыйраати хәсәнәтәү үә ҡинәә ғәҙәәбәннәәр”. Аллаһу әкбәр!

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: