Иман
8 Июль 2022, 02:00

Ҡорбан салайыҡ– сауап алайыҡ!

9 июлдә (10-сы Зөлхизә)  бөтә донъяла мосолмандар үҙҙә­ре­нең иң ҙур байрамы – мөбәрәк Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Был,  Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең ҙур һынауын танып, имандың  дәрәжәһенең ниндәй ҙур булыуын иҫтә тотоп, Раббыһына тоғролоҡ күрһәтеп, шул тоғро­лоҡ хаҡына хатта һөйөклө­ләрҙән-һөйөклө улын да ҡорбан итергә әҙер булыуын иҫкә алыу көнө.

Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе иман ныҡлығы менән һынап ҡына тора. Ҡартлыҡ ҡорона ет­кәнсе Ибраһимдың балаһы булмай. Атай булыу ҡыуанысынан мәхрүм ир: «Эй, Раббым! Миңә игелекле, күндәм бер ир бала бир!» – тип  көн дә доға ҡыла.  Көндәрҙән бер көндө фәрештә­ләре аша Аллаһы Тәғәлә уға бик тә итәғәтле улы буласағы тураһында һөйөнөслө хәбәр бирә. Улы Исмәғил тыуа. Ғәзиз балаһына һөйөүе ни тиклем оло булмаһын, Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең Раббыһына һөйөүе бынан да олораҡ,  Уның риза­лығын алыу, уға яҡын булыу өсөн улымды ла ҡорбан итә алам, ти. Улы йомошҡа ярарлыҡ булғас, Алла уға был нәҙерен иҫкә төшөрә. Бындай төш бер нисә мәртәбә ҡабатланғас, Ибра­һим улына ла серҙе аса. Алла: «Беҙҙең әмерҙе улар икеһе лә риза булып ҡабул итте һәм Ибраһим – Алланың дуҫы, бән­дәләрҙе хаҡ дингә, иманға саҡырыусы кеше, Күктәрҙе һәм ундағы бөтөн фәрештәләрен тетрәндереп, Исмәғилде йөҙ­түбән ташҡа ятҡырҙы», – тип әйтә.
Ҡулына бысаҡ алыу менән күктән фәрештә төшә лә: «Эй, Ибраһим. Төшөңдә күргәнгә һин тоғро булып ҡалдың. Хәҙер тауға ҡара. Изгелек эшләгән­дәрҙе беҙ шулай бүләкләйбеҙ. Был һиңә, әлбиттә, ҙур һәм ауыр һынау ине», – ти.
Уға ҡорбанлыҡҡа ҙур тәкә ебәрелә. 
Был бөйөк ваҡиғаның оло мәғәнәһе, фәһемле асылы Ҡөрьәндә үк әйтеп бирелә: «Салған ҡорбандарығыҙҙың ите лә, аҡҡан ҡандарының тамсыһы ла Беҙгә түгел. Ҡорбан салғанда Хоҙайға ҡорбандың тәҡүәлеге генә барып өлгәшә». Ҡорбан итеп салынған хайуан ҡанын түгеү – мосолманға иң күркәм эш. Салған ҡорбандарығыҙҙың тәүге тамсы ҡаны ергә тамып өлгөргәнсе үк ул Аллаһы Тәғә­ләнең ҡорбанды ҡабул итеү урынына барып төшә һәм Ул уны ҡабул итә. 
Ибраһим янына Ябраил фәрештә, ҡуй тәкәһен етәкләп: «Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр!» – тип килә. Ибраһим уны: «Лә иләһә илләл-лаһу үәл-лаһү әкбәр!» («Алланан башҡа Илаһ юҡ, Ул – бөйөк!») –  тип дауам итә һәм:  «Аллаһу әкбәрү үә лил-ләһил-хәмд» («Алла бөйөк, һәр төрлө маҡтауыбыҙ Алла өсөн»), –  тип тамамлап ҡуя доғаны.
 Был доға – тәшрик тәҡбире. 
Хәленән килгән ғаиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Был ғибәҙәт махсус билдәләнгән өс көндә үтәлергә тейеш. Башҡа көндәрҙә ҡорбан салынмай. 
Ҡорбан итеп салынасаҡ малдың бер нисә көн алдан һатып алыныуы яҡшы. Уны һәйбәт ашатырға, тәрбиәләргә кәрәк. Һөтөн һауып, файҙа­ланыу тыйыла, йөнө ҡырҡы­лырға тейеш түгел. Малды һуйыр алдынан бысаҡты яҡшы итеп үткерләп ҡуйыу зарур. Был ҡорбанлыҡ мал ғазаплан­манһын өсөн эшләнә. Ҡорбан салыусы ҡиблаға ҡарап торорға тейеш. Был изге ғәмәл ышаныслы ир-атҡа тапшырыла.  Уның ғөсөллө булыуы шарт. Хайуандың ҡанын ағыҙыу өсөн бәләкәй генә соҡор ҙа ҡаҙыла.  Ҡан ағып бөткәс,  ҡорбан салдырыусы  Ҡөрьәндән «Ихлас» сүрәһен уҡый. 
Ҡорбан итен һатыу – хәрәм. Ҡорбан итеп салыу өсөн һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек хайуандар яраҡлы. Салына торған малдың күҙе һуҡыр булмаһын, ағзала­рының да теүәл булыуы шарт. Ҡорбанға тәғәйенләнгән ҡуй, һарыҡ һәм кәзәнең бер йәше, һыйырҙың ике йәше, дөйәнең биш йәше тулған булырға тейеш.
Ҡолағы йәки ҡойроғо  өстән бер өлөшөнән дә ҙурыраҡ ҡырҡылған булһа, ҡорбанға салырға ярамай, бер баш һарыҡ йәки кәзә – фәҡәт бер кеше исеменән, бер дөйә, һыйыр ете кеше исеменән салына. Өҫтәп балаларҙы ла индерергә  мөм­кин. Был осраҡта һәр  ҡайһы­һының мосолман булыуы, һәр береһенең  Алла ризалығы өсөн ҡорбан салырға ниәт итеүе шарт.  Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе файҙалана, ҡалғанын туған­да­рына, ҡәрҙәш-ырыуына, күрше­ләренә, фәҡир-етемдәргә өлә­шә. Тиреһен дә фәҡирерәк йәшәгәндәргә бирергә кәрәк. Йә булмаһа, Ҡөрьән кеүек изге китапҡа  алмаштырырға ла мөмкин.

*  *  *
«ҡала шарттарында ҡорбан салырға мөмкинлек юҡ. Ҡорбанлыҡ өсөн мәсеткә аҡса ғына бирһәм буламы?»
Байрамдың асылы – ҡорбан салыу. Хәйер биреү уны алмаштыра алмай. Йоланың хикмәте – ҡорбанлыҡ мал һуйып, уның ҡанын ағыҙыуҙа һәм мохтаж­дарға итен таратыуҙа.
«Ҡорбанлыҡ итен күпме ваҡытта таратып бирергә?»
Ҡорбанды байрам көнөндә салып, табынды һуңынан үткәрергә лә була. Билдәле бер ваҡытта итен таратып бирергә кәрәк, тигән сикләүҙәр юҡ.
«Ҡорбанлыҡ итен алған кеше доға уҡып ҡуйырға тейешме?»
Белгәндәр ҡорбан салдырыу­сы кешегә рәхмәт әйтеп, сауабын насип итһен, тип доға уҡып ҡуйһа хәйерлерәк. Итте алғанда башҡалар, рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткерһә лә  була.

Авторҙар:AdminQ AdminЗухра Ягудина
Читайте нас