Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Июль 2022, 12:36

Көн дә кәрәкле доғалар

Доға – мосолмандың  Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеүе,  ғибәҙәттәрҙең бер төрө.  Һонолған ҡулдарҙы, һорағанды Раббыбыҙ буш итмәҫ, тәүбәгә килгәндәрҙең гонаһын ярлыҡар, биргән ризығы, сикһеҙ бәрәкәте өсөн шөкөр иткәнебеҙгә теләк- маҡсаттарыбыҙға ирештер. Доғаның ҡөҙрәте киң, уның ҡабул булырына ышаныс һәм өмөт һаҡлайыҡ. Ихлас күңел менән уҡыған  доғаларыбыҙ ҡабул булһын!

"Фатиха" сүрәһе

 Бисмилләһир- рахмәнир- рахим.

 Әлхәмдү лилләәһи рабил ғәәләмин. Әррахманир – рахим. Мәәлики йәүмиттин. Иййәәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғин. Иһдинәс- сыйрааталь- мүстәҡыйм. Сыраатәл ләҙинә әнғәмтә ғәләйһим ғайрил-мәғҙүүби ғәләйһим үәләәд – даааааллииин. Әмиин.

Аятел-Көрси

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Аллаһү лә иләһә иллә һүәл-хәййүл-ҡаййүм. Лә тәъхуҙуһү синәтү үә лә нәүм. Ләһү мә фиссәмәүәти үә мә фил-әрз. Мән ҙәл-ләҙи йәшфәғү ғиндәһү иллә би иҙниһ. Йәғләмү мә бәйнә әйдиһим үә мә халфәһүм. Үә лә йүхитүнә бишәй им мин ғилмиһи иллә бимә шәъ. Үәсиғә күрсиййүһүссәмәүәти үәл әрҙ. Үә лә йә үдүһү хифҙуһүмә үә һүәл-ғәлиййүл-ғазим.

"Аятел-Көрси" – Ҡөрьәндә иң мөһим аяттарҙың береһе. Уны көн һайын уҡыу сихырҙан, күҙ тейеүҙән, насар уйлы кешеләрҙән һаҡланырға ярҙам итә.«Аятел-көрси» – Ҡөрьәндәге иң оло доғаларҙың береһе. Уны уҡыған кешегә шайтан яҡынлай алмаҫ. Сирләгән кешегә уҡыһаң, сихәт табыр.

Бер «Аятел-көрси»ҙе уҡыу аят уҡыу менән бер.

Бер мөьмин ошо доғаны уҡыһа, әруахтарҙың рухы шатланыр, ҡәберҙәренә нур инер. Уҡыған хәрефе һайын бер фәрештә яратылыр. Ул фәрештәләр ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр «Аятел-көрси»ҙе уҡығанға истиғфар ҡылып торор.

Ошо доғаны өйөнән уҡып сығыусы йортона ҡабат ҡайтҡансы Алла ярлыҡауында йөрөр, 30 көн буйына шайтандар яҡын килмәҫ.

"Ихлас" сүрәһе

 Бисмилләәәһир- рахманир- рахиим.

 Ҡуль һүүәллаһу әхәде.

Аллаһус- самаде. Ләм йәлиде үә ләм йүүләде. Үә ләм йәкүл- ләһүү күфүүән әхәде.

"Фәләҡ" сүрәһе

Бисмилләәһир- рахмәәнир- рахим. Ҡул әғүҙү бирббиииил- фәләҡе. Минң шәрри мәә халәке. Үә  минң шәрри ғасикин иҙәә үәҡәбә. Үә минң шәррин- нәффәәҫәәти фил-ғүкәде. Үә минң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәде.

 "Нәс" сүрәһе

Бисмилләәһир- рахманир- рахиим.

 Ҡуль әғүүҙү бираббин-нәәс. Мәәлиикин-нәәс. Иләәһин- нәәс. Минң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс. Әлләҙии йүәсүисү фии судурин- нәәс. Минәл- жиннәти үән-нәәс.

Йыш уҡыла торған доға

   Бәйғәмбәребеҙ көнөнә йөҙ тапҡыр: «Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир», – тип уҡырға ҡушҡан.

   Мәғәнәһе: «Тиңдәше булмаған берҙән-бер Алланан башҡа илаһ юҡ. Хөкөм һәм хакимиәт — Уның ихтыярында, маҡтауҙар — Уның үҙенә генә хас. Бөтә нәмәгә Уның көсө етә», — тип, доға ҡылған кешегә Аллһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай. Был көндә уға шайтан зәхмәте ҡағылмай.

        

Теләгең ҡабул булһын өсөн

    "Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә".

    Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».      

 

Юлға сыҡҡанда

     Аллаһүмә иләйкә тәүәжжәһтү үә бикәғтә самтү, Аллаһүммә әкфини мә әһәммәни үәмә ләә әһәммү ләһү. Аллаһүмә зәүднит үәғфирли ҙәмби үә үәжжәһни лилхайри әйнә мә тәүәжжәһтү.

     Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! һиңә йүнәлдем, һиңә һыйындым. Эй, Аллам! Шикле һәм шикһеҙ нәмәләрҙә миңә таяныс бул. Һиңә ғибәҙәттәр ҡылып, рухым нығынһын, Хоҙай Тәғәләм. Гонаһтарымды ғәфү ит һәм ҡайҙа ғына йөрөһәм дә мине һәр ваҡыт хәйерле эштәргә йүнәлт, Раббым”

 

Сәфәрҙән (юлдан) ҡайтҡас

     Әййибүүнә тәибүнә ғәбидүнә лираббинә хәмидүн.

     Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Беҙ — һине яратыусылар, иман килтереүселәр, тәүбә итеүселәр, кире ҡайтыусылар».

 

Мунсаға йәки йыуынырға ( душҡа) ингәндә уҡыла торған доға

       Аллааһүммә иннии әсъәлүкә минәл жәннәти үә нәғиимиһәә үә әғүүҙү бикә минәннәәри үә хамиимиһәә.

      Мәғәнәһе: «Аллам! Һинән йәннәтте һәм ундағы ниғмәттәрҙе һорайым, йәһәннәмдән һиңә һыйынам.)

                        

Мунсанан сыҡҡанда уҡыла

       Әлхәмдү лиллаһил-ләҙии әҙһәбә ғәннил-әҙәә үә ғәәфани.

       Мәғәнәһе: «Мине сафландырған, һаулыҡ һәм сәләмәтлек биргән Аллаға маҡтау булһын».

                                             

Яңы кейем кейгәндә

       Әлхәмдүлиләәһилләҙии кәсәәнии мәәәә үәәрии хәйәәти.

       Мәғәнәһе: «Аллаһыға маҡтау булһын. Ул минең яланғас тәнемде ҡаплата торған һәм үҙемде донъялыҡта биҙәй кейем менән кейендерҙе.

                                              

Яңы ай күргәндә

     Аллаһүммә әһиллилаһү ғәләйнә бил йүмни үәл имәни үәссәләмәти үәл исләм. Рабби үәраббүкәллаһ.

     Мәғәнәһе: «Әй, Раббым, был яңы тыуған айҙы, именлек, сәләмәтлек, Ислам айы ҡыл, Изгелек һәм тоғро юлда йөрөү айы ит.

                        

Тәһәрәт алғанда уҡыла торған доға

     Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әшһәдү әл-лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ.

     Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ булмауына геүаһлыҡ бирәм. Уның тиңдәше юҡ. Мөхәммәдтең, ғәләйһиссәләм, Уның ҡоло һәм илсеһе булыуына геүаһлыҡ бирәм

                              

Мәсеткә ингәндә уҡыла торған доға

     Мәсеткә ингәндә тәүҙә уң аяҡ менән атлап инәбеҙ:

     "Аллааһүммәлфтәх лии әбүәәбә рахмәтик".

     Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Миңә үҙеңдең рәхимлегеңдең ҡапҡаларың ас”.

     Икенсе төрлөһө:

     »Аллаһүммә-фтәх лии әбүәәбә рахмәтикә үәншүр ғәләййә хазәә'инә рахмәтик”.

     (Йә, Рабби, миңә Рәхмәт ишектәреңде ас үә Рәхмәт хазиналарыңды сәс).

     Тағын бер төрө:

     "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммәж-ғәлни әүжәһә мән тәүәжжәһә иләйкә үә әҡрабә мән тәҡаррабә иләйкә үә әфҙалә мән сә'әләкә үә рағибә иләйкә.

     Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Мине Һинең тарафыңа юл тотҡандарҙың иң яҡшыһы, Үҙеңә яҡынайғандарҙың иң яҡыны, һине теләгәндәрҙең иң гүзәле һәм өҫтөнө ит’’

                                              

Мәсеттән сыҡҡанда

     Мәсеттән сыҡҡанда тәүҙә һул аяҡтан башлап атлап сығыу һәм ошо доғаны уҡыу мөстәхәбтер:

     »Аллааһүммә инни әсәлүкә мин фәҙлик".

     ( Мәғәнәһе: Йә, Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән олуғ фазыл һәм Рәхмәтеңде һорайым).

Икенсе доға

     Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Бисмил-ләһи үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә расүлил-ләһ. Аллаһүммә инни әсъәлүкә мин фаҙлик. Аллаһүммәғ-симни минәш-шәйтанир-ражим.

     Мәғәнәһе: “Алла илсеһенә оло-оло маҡтауҙарыңды һәм именлек бир, тип Аллаһ исиме менән һорайым. Эй, Раббым! Ихлас күңелем менән мин һинән Мәрхәмәтлек һорайым. Эй, Раббым! Мине ләғнәт төшкән шайтандан һаҡла".

                            

Йөклө ҡатын уҡый торған доға

     Мөмкинлек булған һайын «Аятел-Көрси» һәм «Иншираһ» сүрәһен уҡырға кәрәк. Түбәндәге доғаны ла уҡырға була.

     Аллаһүммә әғтыйнә сыйххәтән үә ғәәфийәтән үә әүәәлдән саалихан үә ризҡан үәәсиғән үә дуғәә*ән мәкбүүлән.

     Мәғәнәһе: «Аллаһым! Беҙгә һаулыҡ һәм сәләмәтлек бир. Һау-сәләмәт бала бүләк ит. Мул ризыҡ биреп, доғамды ҡабул ит, Хоҙайым».

                                               

Күҙ тейеүгә ҡаршы

     Үә ин йәкәдүл ләҙинә кәфәрү ләйүзликунәкә би әбсариһим ләммә сәмиғүҙ зикра үә йәкүлүнә иннәһү ләмәжнүн. Үә мә һүә иллә зикрүллил ғәләмин. Әғүҙү бикәлимәтил ләһит тәммәти мин кулли шайтанин үә һәммәтин күлли ғәйнин ләммәһ .

     Мәғәнәһе: „Бөтөн шайтандарҙан, зәһәрле хайуандарҙан һәм яман күҙе тейгәндәрҙән Аллаһы Тәғәләгә һыйынам!“.

«Фатиха», «Аятел-Көрси», «Их¬лас», «Фәләҡ» һәм «Нәс» сүрә¬ләрен уҡып, усығыҙға өрөп, баштан аяҡ осона тиклем тәнегеҙҙе һыпырып, үҙ-үҙегеҙҙе өшкө¬рөүҙе иртә-кисен башҡарһағыҙ, шифа¬һы тейер. Балаларығыҙ күҙлек¬кәндә лә уларға йыш уҡығыҙ.

Башҡаларға һоҡланып ҡараһағыҙ, «Собханалла», «Мәшалла» тип әйтергә онотмағыҙ.

Бала уҡырға киткәндә

     Рабби зидни ғилмән үә фәһмәнүә әлхики биссалихин.

     Мәғәнәһе: «Раббым! Минең ғилемемде артыр һәм аҡылымды артыр үә мине яҡшы инсандарҙан әйлә».

                                               

 Имтихан биргәндә

     Рабби зидни ғилмән үә фәһмән үәлхиҡни биссалихин. Раббишрахлии садрии үә йәссирли әмрии үәхлүл ғүкъдәтән мин лиссәәни йәфҡаһү ҡаули Раббии йәссир үә ләә туғәссир Раббии тәммим бил хайр. 

     Мәғәнәһе: «Раббым! Ғилемемде һәм зиһенемде арттыр. Мине Сәлих ҡоллоғонан ҡотҡар. Раббым! Күңелемде ас, эшемде еңеләйт, тел асҡыстары бир. Эй, мине ҡурсалаусы Раббым! Ауырлыҡтарҙы еңеләйт. Эштәремде хәйерле итеп тамамла». Имтиханға ингәндә “Аятүль Көрси” уҡылыр.

                                                                           

Берәй кеше менән күрешкәндә

    „Аллаһүммә бәйнәә бил-хайри үәссәләәм үә әллиф бәйнәнә биәхсәнил кәләәм“.

     Мәғәнәһе: „Эй, Раббым, беҙҙе изгелек үә сәләмәтлек менән күрештер һәм күркәм һүҙҙәр менән өлфәт ҡыл!

                                 

Яңы өйгә күскәндә

     Тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып:

     “Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссалатү, үәссәләмү ғәлә Рәсүллина Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи сәхбиһи әжмәғыйн. Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир-ражим, бисмилләһир рахмәнир-рахим. Лә ин мәкәртүм ләәзидән нәкүм үәләйин кәфәртүм иннә ғазаби ләшәдид», — тигән доғаны уҡығыҙ.

     Мәғәнәһе: «Миңә ғаиләм менән бергә йәшәр өсөн бер урын буләк иттең. Һиңә шөкөр булһын. Мине һәм ғаиләмде был өйҙә бәхетле ит. Беҙҙе бәлә-ҡазаларҙан үә һәләкәттәрҙән һаҡла. Был гонаһтар,түгел, изге эштәр ҡылына торған урын булһын. Тамағыбыҙҙан хәрәм ризыҡ үтмәһен. Раббым, күршеләремә зыян ҡылыуҙан мине һаҡла. Изге күңелле күрше ит».

      Дошмандар хөсөтлөгөнән бәлә килеү ихтималлығы булғанда

     Аллаһүммә иннә нәжғәлүкә фи нүхүриһим үә нәғуҙу бикә мин шүруриһим.

     Мәғәнәһе: «Әй, Алла! Уларҙың ауыҙынан һәм теленән сыҡҡандарҙы Үҙ хөкөмөңә тапшырабыҙ. Улар яуызлығынан Үҙеңдән генә яҡлау эҙләйбеҙ».

 

 Ауырыу кешенең доғаһы

Бисмилләәһиррахмәәниррахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббильғәәләмиин. Әллааһуммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә  әәлиһии үә сахбиһии үә бәәрик үә сәллим.

Мәғәнәһе: «Йәә Раббии! Йәә Әллааһ! Йәә Раббии! Йәә Рахмәән! Һиңә генә иман килтерҙем: “Ләәәә иләәһә илләллааһ”. Һинән башҡа табыныр Зат юҡ. Бары Һин генә табынырға, ғибәҙәт ҡылырға, ярҙам һорарға лайыҡлы Затһың. “Мүхәммәдүн рәсүүлуллааһ.” Мөхәммәт салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм, Аллаһтың Рәсүле, динде өйрәтергә ебәрелгән илсеһе, тип бәйғәмбәреңә (с.ғ.с.) иман килтерҙем. Һинең фәрештәләреңә, китаптарыңа, бәйғәмбәрҙәреңә, ҡиәмәт көнөнә, үлгәндән һуң терелеүгә, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Һинән булыуына иман килтерҙем.

Әй, мәрхәмәтле Раббым, был ауырыуҙы миңә Һин бирҙең, шифаһын да бары тик Һинән генә һорайым. Ауырыуымды гонаһтарым ғәфү ителеүгә сәбәп ит, бөтә гонаһымды ғәфү ит. Әгәр ғүмерем бөтөп әхирәткә күсә ҡалһам, “Ләәәә иләәһә илләллааһ” һүҙҙәре менән, гонаһтарым ғәфү ителгән хәлдә, үҙ ҡаршыңа ҡайтырға насип ит, мосолман хәлемдә йәнемде ал.

Йәә Шәәфии! Йәә Алла! Йәә шифа биреүсе Алла! Ҡулдарымды күтәреп, Һинең ярҙамыңды һорайым. Ошо ауырыуыма шифаларыңды бир (3 тапҡыр уҡыла).     

Эй, мәрхәмәтле Раббым! Миңә сәләмәтлек бир. Ауырыуымдан терелеп үҙең ҡушҡан ғәмәлдәрҙе үтәргә, ислам динендә йәшәргә насип ит.  Хәйерле, бәрәкәтле, оҙон ғүмер бир, ике донъя бәхет-сәғәҙәттәрен насип әйлә. Амиин».

«Әлхәмдүлилләәһи Раббиль ғәәләмиин. Әллааһуммә салли ғәләә сәййидиинәә Мүхәммәдиин үә ғәләә  әәлиһии үә сахбиһии үә бәәрик үә сәллим».

Ауырыған саҡта “Ләә хәүлә вә ләә ҡувәтә илләә Билләәһ”, “Ләәәә иләәһә илләллааһ” зикерҙәрен даими ҡабатларға һәм туҡтағанда “Йәә Раббым, Берһең, Барһың. Һинән башҡа табыныр зат юҡ. Ярҙамдарыңды бир, еңеллектәр бир”, – тип тамамларға мөмкин.

Шифаһы күренмәгән ауырыу булғанда уҡыла

 Аллаһүммә рабби инни мәссәниәд -дурру үә әңтә әрхәмүр раахимиин.

Мәғәнәһе:  Аллаһым, Раббым, миңә зарар тейҙе, Һин – рәхимлеләрҙең иң рәхимлеһе.

Яңы эш башлағанда

Һәр эште башлағанда ла Аллаға ниәтләп, таянып, үҙ телең менән һорап башларға кәрәк. Бындай саҡта намаҙҙан, теләк­тәреңдән һуң ошо доға ярашлы булырға тейеш:

«Хәсбиаллаһү ләә иләәһә илләһү үә ғәләйһи тәүүәккәлтү , үә һүүә раббуң ғаршил ғазыйм»

Мәғәнәһе: «Алла – минең ышанысым. Уның үҙенән башҡа илаһи зат юҡ. Мин Уға тәүәккәлләнем һәм Ул бөйөк булыусы Раббым» (сәхәрҙә һәм аҡшамда ете мәртәбә уҡырға, донъя үә Ахирәткә бәйле бөтә эштәреңдә Алла ярҙам итер).

Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла

Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл- һәмми үәл- хәзәни үәл- ғәжзи үәл – кәсәли үәл- бүхли үәл- жүбни- үә ҙалғид- дәйни- үә ғаләбәтир – рижәл.

Мәғәнәһе:

Әй, Алла, борсолоу һәм хәсрәттәрҙән, зәғифлек һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурыстарға батыу ауырлығы менән бәндәләр ҡыйырһытыуынан һинең ярҙамыңдан, һиңә һыйына алыуҙан ғына ҡотолоу табам.

Фитыр саҙаҡаһы алғандан һуң уҡыла

Аллаһүммә тәкабәлл фитратәһү үәсиямәһү үәстәжибү доғаәһү үәғфир зүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әксыйр әмүәләһү үә үәффикһү галә хәйри мәкасыйдаһ.

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһы, хәйер биреүсенең фитыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын ҡабул ҡыл, гонаһтарын ярлыҡа, иманын ҡеүәтле ит, малдарын арттыр, маҡсаттарына ирештер».

Иҫкәрмә: фитыр саҙаҡаһы ғаиләнең һәр кешеһе иҫәбенән мохтаждарға, сирлеләргә бирелә. Уны Ураҙа байрамына тиклем тапшырырға кәрәк. Әгәр ҙә байрам үткәс бирһәгеҙ, ябай саҙаҡа һанала.

Тәүбә доғаһы

Мөхәммәт бәйғәмбәр вафат булыр алдынан ошо һүҙҙәрҙе йыш әйткән: “Собханаллаһи үә бихәмдиһи. Әстәғәфируллаһә үә әтүүбү иләйһи”.

Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәлә һәр төрлө кәмселектән пак. Уға маҡтау булһын. Хоҙайға тәүбә һәм истиғфар ҡылам”.

 

Йоҡлағанда ҡурҡҡан кеше уҡый торған доға

Әғүҙү бикәлимәәтил – ләһиттәәммәти мин ғаҙабиһи үә шәрри ғибәдиһии үә мин һәмәзәтишшәйәәтыыни үә ән йәхдуруун.

Мәғәнәһе: “Алланың ғазабынан, бәндәләрҙең насарлыҡтарынан, шайтандарҙың һәр төрлө яуызлыҡтарынан һәм бәйләнеүҙәренән Алланың бөтә кәлимә һүҙенә һыйынам”.

Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә

Аллаһүииә ғаратин -нүжмү үә һәдә әтил- ғүйүн. Үә әнтә хәййүн ҡаййүмүн лә тәхүҙүкә синәтүн үә лә нәүм. Йә хәййү ҡаййүм. Иһдә ләйли үә әним ғәйни.

 Мәғәнәһе: Эй, Раббым! Йондоҙҙар ҙа һүнде, күҙҙәрем йомола башланы. Ә һин – мәңгелек һәм үлем белмәҫ зат – йоҡоға мохтаж түгелһең. Эй, мәңгелек зат! Тәнемде имен ит! Миңә тыныс йоҡо бир!».

 

Өйҙән сыҡанда уҡыла

Бисмилләһи тәүәкәлтү ғәләл-лаһи үә лә хәүлә үә лә ҡуүәтә иллә билләһ.

Мәғәнәһе:

“Аллаһы Тәғәләнең исеме менән бөтә ғәмәлдәремде Уға тапшырҙым һәм тәүәккәлләнем. Көс һәм ҡеүәт бары тик Алланан ғына”.

Ниәт һәм ифтар доғалары

Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашап бөтөп, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт әйтелә:

«Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисал-лилләһи тәғәлә».

Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығанға тиклем рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым».

Ифтарҙа ауыҙ асҡандан һуң ошо доға уҡыла:

«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғфир ли йә ғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.

Мәғәнәһе: «Эй, Алла, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом, мин Һиңә иман килтер¬ҙем. Һинең ризығың менән ауыҙ асам. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Алла! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа».

 

Һәр саҡта, һәр урында уҡыла

Әлхәмдүлиллаһи ғәләә күлли хәлин фәиннәһүү мүхәүиилүлйәә хүәәл. Раббәнәә әтиннә фид-дүнйәә хәсәнәтән үә фил-әәхирати хәсәнәтән үә ҡинәә ғәҙәбән-нәәр. Бирахматикә йәә әрхәмәр – рахимин.

Мәғәнәһе: «Һәр бер хәл өсөн Аллаһы Тәғәләгә хәмед ҡылабыҙ. Йә, Раббым, беҙгә донъяла ла, Әхирәттә лә изге хәлдәрҙе насип ит. Үә йәнә беҙҙе йәһәннәм ғазаптарынан һаҡла. Әй, рәхимле Алла, һәр нәмә һинең рәхмәтеңдәлер».

Ҡорбан салғанда уҡыла

«Бисмилләһир-рахмәнир- рахим. Аллаһүммә һәзә миңкә үә иләйкә иннә сәләти үә нүсүхи үә мәхйәл үә мәмәти лилләһи рабил ғәләмин. Лә шәрикә ләһү үә бизәликә үмертү үә әнә әүүәүл мүслимин. Аллаһүммә таккабөл миннә һәҙиһил әдхыййә”, – тип кем исеменән ҡорбан салыныуы әйтелә һәм: “Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр”, – тип малды боғаҙлайһың.

Мәғәнәһе түбәндәгесә: “Эй, Аллам, минең намаҙым үә ғибәҙәттәрем үә тереклегем үә үлемлегем бар ғәләмдең хужаһы Аллаһы Тәғәлә өсөн һәм Уның ҡөҙрәтенәндер. Эй, Алла, ошо ҡорбанды фәлән улыңдан һәм фәлән ҡыҙыңдан ҡабул ит”.

Ярҙам күрһәтеүсе йә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла

“Аллаһүмәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәфиҡҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ”.

Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен, саҙаҡа биргән кешене афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит”.

 

Асыуланғанда уҡый торған доға

Кеше көндәлек тормошта төрлө сәбәптәр арҡаһында кәйефһеҙләнә, ҡыҙып китә, асыуы килә. Асыулы ваҡытта тынысланыр өсөн ошо доғаны уҡырға кәрәк:

“Аллаһүммәғфирли зәнби вәзһүб ғайҙа кәлби үә әжирни минәш- шайтанир-разим”.

Мәғәнәһе: “Аллам, гонаһтарымды ғәфү ҡыл, йөрәгемдең асыуын бөтөр һәм мине шайтандың яуызлығынан һаҡла”. Әгәр асыу уҙмаһа, мөмкинлек булһа, тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ ҡылып, “Иншираһ” сүрәһен уҡығыҙ.

 

Вазифалы кешеләр янына барғанда

Мөрәжәғәт йәки ғариза менән вазифалы кешеләр янына барғанда биш йәки ете мәртәбә “Аятел-көрси” ҙе уҡығандан һуң ошо доға уҡыла:

“Лә иләһи илләлаһүл-халимул-хаким. Собхана раббис-сама үәтис үә раббил-ғәршил-ғәзим. Лә иләһә иллә әнтә ғазза жарукә үә жәллә сәнәүк”.

Мәғәнәһе: “Хаким эйәһе булған Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Ете күктең һәм бөйөк тәхеттең эйәһе – Раббымды тәсбих итәмен. Һинән башҡа тәңре юҡтыр. Ялбарыуҙар һәм маҡтауҙар Һиңәлер”.

Теләгең ҡабул булһын өсөн

Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә.

Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша Һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».

 

Асыу килгәндә уҡый торған доға

Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.

Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла».

 

Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау

Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ».

 

Ашап бөткәс уҡыла торған доға:

Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл-муслимин.

Мәғәнәһе: «Беҙҙе ризыҡ биреп ризыҡландырған, һыу биреп һуғарған һәм мосолмандарҙан иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-ололауҙан булһын».

 

Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға

Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә.

Мәғәнәһе: «Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр».

Ярҙам күрһәтеүсе йәиһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға

Аллаһүммәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәффәҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ.

Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен – саҙаҡа биргән кешене – афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит».

 

Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә уҡыла торған доға

Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд.

Мәғәнәһе: «Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Алла – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ».

Дәрес әҙерләгәндә һәм имтиханға ингәндә уҡыла

Рабби зидни ғилмән үә фәһмән үә әлхиҡни бис-салихин. Раббиш-рах ли садри үә йәссир ли әмри үәх-лүл ғүҡдәтәм-мил-лисәни йәфҡаһү ҡаули йә хәфиҙу йә раҡибү йә нәсирү йә Аллаһ.

Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Ғилемемде арттыр, зиһенемде ҡеүәтлә. Изге ҡолдарыңдан ит. Әй, Раббым! Күкрәгемде ас, эштәремде еңеләйт, тел асҡысы бир! Һәр нәмәне һаҡлаусы, һәр нәмәне күреп, күҙәтеп тороусы, ярҙам итеүсе Раббым! Еңеләйт, ауырайтма, ғәмәлдәремде хәйерле итеп тамамлап ҡына торорға ярҙам ит».

 

Көслө ел сыҡҡанда уҡыла торған доға

Аллаһүммә инни әсъәлүкә хайраһә үә хайра мә фиһә үә хайра мә үрсиләт биһ. Үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә фиһә шәрри мә үрсиләт биһ.

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ! Һинән мин был елдең игелек килтереүе, ел менән килгәндең, елгә ҡушып ебәрелгәндең игелекле булыуын үтенеп һорайым. Елдең үҙ яуызлығынан, үҙе менән килгән яуызлыҡтан, үҙе менән ебәрелгән яуызлыҡтан һинең яҡлауыңды теләйем».

 

Күкте болот ҡаплап алғанда уҡыла торған доға

Аллаһүммә иннә нәғүҙү бикә мин шәрри мә үрсилә биһ. Аллаһүммә сибән нәфи.

Ямғыр яуғанда уҡыла торған доға

Аллаһүммә сибән нәфиғән.

Мәғәнәһе:

«Эй, Раббым! Ямғырҙы файҙалы һәм бәрәкәтле ит!».

Төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға

Аллаһүммә иннә әғүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үрадда әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғаҙабил-ҡәбр.

Мәғәнәһе: «Эй Раббым! Һаранлыҡтан ҡасып мин Һинең үҙеңә генә һыйынам, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып та үҙеңә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъяла фетнәләренән, донъя алдауҙарынан үҙеңә һыйынам, Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым!»

 

Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға

Аллаһүммә, бисмикә әмүтү үә әхйә.

Мәғәнәһе: Эй, Алла! Һинең исемең менән үлермен, һинең исемең менән йәшәйем.

Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә уҡыла торған доға

Әссәләму ғәләйкүм йә әһләл-ҡубур, йәғфируллаһу ләнәә үә ләкүм, әнтүм сәләфүнә үә нәхнү бил-әҫәр.

Мәғәнәһе: «Сәләм Һеҙгә, эй, ҡәбер әһелдәре! Алла беҙгә һәм Һеҙгә мәғфирәт итһен. Һеҙ элек киткәндәрҙән, беҙ ҙә Һеҙҙең артығыҙҙан киләсәкбеҙ».

(Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә “Йәсин”, “Тәбәрәк”, “Ихлас”, “Фәләҡ”, «Аятел- Көрси», “Нәс”, “Фатиха”, “Кәүҫәр” сүрәләре уҡыла).

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: