Иман
27 Май 2022, 02:00

Зәхмәттән доға ҡалҡан булыр

Сихыр билдәләрен ике халәттә билдәләргә мөмкин. Сихырланған кеше йоҡлай алмай, һәр ваҡыт ҡурҡыныс төш күрә, төндә һөйләшә, илай, көлөп ебәрә, тешен шығырлата, үлгән кешеләрҙе күрә һәм йыш иҫнәй, башы ауырта, күҙенә ниҙер күренә, яҡын туғандар менән аралашыу ауырлаша, үҙен хәлһеҙ тоя.
Динебеҙҙә бындай зәхмәттән һаҡланыу саралары ла ҡаралған. 
1. Алла ҡушҡан бөтә фарызды үтәү, хәрәм нәмәләрҙән ситләшеү һәм бар гонаһ өсөн тәүбә ҡылыу – сихырҙан һаҡланыуҙың был иң тәүге шарты һәм башҡа үтәлергә тейешле сараларҙың нигеҙе.
2. Йыш Ҡөрьән уҡыу (уның күпмелер өлөшөн көн дә уҡыу тейешле).
3. Бәйғәмбәрҙән риүәйәт ител­гән зикер-доғаларҙы һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыу.
Мәҫәлән, иртән һәм кисен өсәр тапҡыр:«Бисмидлә́һ, әлләҙи́ лә́ йәдурру мәғәс-миһи́ шәйьүн фил-ардый үә лә́ фис-сәмә́ьи үә һүәс-сәми́ғүл-ғәли́м!» – тип әйтеү.
Йәғни: «Алла исеме менән! Уның исеме менән ерҙә лә, күктә лә һис нәмә зыян килтерә алмай, һәм Ул – ишетеүсе, белеүсе» (әт-Тирмиҙи, Әбү Дауыт һәм Ибн Мәджәнең хәҙис йыйынтыҡта­рынан).
Һәр намаҙҙан һуң, йоҡлар алдынан, иртән һәм кисен, «Фатиха»,«Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс», «Таң» һәм «Кеше­ләр» сүрәләрен уҡырға, көнөнә йөҙ тапҡыр :«Лә́ илә́һә иллә-Лла́һ, үәхдәһү́ лә́ шәри́кә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмд, үә Һүә ғәлә́ күлли шәйьин ҡади́р!» – тип әйтергә кәрәк.
Йәғни: «Алланан башҡа табыныуға лайыҡ илаһ юҡ һәм Ул Берәү, Уның тиңдәше юҡ. Уға ғына бар хакимлыҡ һәм Уға ғына бар маҡтау, һәм Ул бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле» (әл-Бохариҙың хәҙис­тәр йыйынтығынан).
Намаҙҙа булыу, һәр саҡ доға уҡыу  сихырланыуҙан, күҙ тейеү­ҙән һәм ен ҡағылыуҙан һаҡла­ныуға ышаныслы ҡалҡан буласаҡ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас