Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ араһында динебеҙгә ҡараштың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе – шатлыҡлы күренеш. Бәғзеләребеҙҙең, айырыуса йәштәребеҙҙең, изге Ҡөрьән талаптарына, бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм сөннәтенә ярашлы хаҡ юлға баҫып, Аллаһы Тәғәләгә баш эйә башлауын күреп һөйөнәһең. Күптән түгел генә (уҙған быуатта) хатта ашар алдынан “бисмилла” әйтергә лә тартынған кешеләр бөгөн төрлө дини терминды ҡулланып һөйләшеүсән булып бара. Халҡыбыҙҙағы бына шул ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп кинәнәһең. Шул уҡ ваҡытта, мөһим генә булған ниндәйҙер бер һүҙҙе дөрөҫ ҡулланмай икән, теге йәки был яҡташыбыҙға: “Дини китаптарҙы уҡып өйрән”, – тип әйтке килә башлай.
Миҫал өсөн “Алла бойорһа” тигән һүҙбәйләнеште алайыҡ. Киләсәк тураһында һүҙ йөрөткәндә, ата-бабаларыбыҙ һәр саҡ уны ҡулланыр булған. Әле мин бала саҡта атай-әсәйем гел генә ошо хаҡта иҫебеҙгә төшөрә ине. Беҙҙең яҡтарҙа, ысынмы-юҡмылыр, әммә бер фәһемле лаҡап йөрөй торғайны. Утыҙынсы йылдарҙағы илдәге сәйәси золом менән бәйле. Имеш, ғаиләләрҙең береһендә киске аш ашарға йыйылышҡандар. Ғаилә башлығы барыһына ла: “Хәҙер инде яҡшы итеп ашап алайыҡ…” – тип хәбәр башлаған. Ә хәләл ефете уға: “Алла бойорһа, тип әйт”, – ти икән. “Эй, ҡуйсәле, Алла бойорһа ла, бойормаһа ла ашайбыҙ инде. Аш алдыбыҙҙа ла баһа”, – тип ғаилә башлығы ҡалағына тотоноп ҡына өлгөргән икән, ишек шаҡығандар, имеш. Ишекте асһалар, унда йылтыр хром итек кейгән, биленә наган тағылған ике хәрби тора икән. “Әйҙә, тиҙ генә кейен, ғаиләң менән хушлаш!..” – тип уға бойорғандар… Әлеге ашын ашарға ла өлгөрмәй ҡалған был әҙәм. Оҙаҡ йылдар төрмә һурпаһын татып, төнгә ҡарай үҙ өйөнә ҡайтып, ишек шаҡыған. “Кем унда?” – ти икән ҡатыны. “Мин ҡайттым, бисәкәй, Алла бойорһа, ишекте ас!..”
Бындай хикәйәт юҡҡа ғына килеп сыҡмаған. Хатта ысынбарлыҡта булған хәлдер, тигән инаныуҙамын. Ысынлап та, изге Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә бер ҡәбилә миҫалында тап бына ошо юҫыҡта кешеләрҙе иҫкәртә. Баҡсала үҫкән уңыштарын иртәгә йыйып алырға ниәтләп, әммә шул саҡ Алла исемен иҫкә алмаған, йәғни “Алла теләһә” (иншалла) тип әйтмәгән ҡәбиләнең баҡсаһын Раббыбыҙ Үҙенең ихтыяры менән юҡ иткәнлеге хаҡында аяттар килтерә (“Әл-Ҡәләм” сүрәһе – 17–27-се аяттар). Мәҙрәсә тамамлаған имам-хәҙрәттәрҙең “иншалла” тигән ана шул һүҙҙе йыш ҡына ҡулланғанын ишетәбеҙ. Һәммәбеҙ ҙә был зекерҙе телебеҙҙән төшөрмәйек. Уны тик хәҙрәттәр генә әйтергә тейеш, тип уйларға ярамай. Ҡайһы берәүҙәр уның мәғәнәһен аңлап еткермәйенсә генә ҡулланып маташа-маташыуға, әммә һәр һүҙҙе урынлы әйтеү кәрәк. Хатта бәғзе бер дин тотоп, намаҙ уҡып йөрөгән кешегә лә: “Хәлдәр нисек?” – тип өндәшһәң, “иншалла” тип яуап бирә, йәғни “Алла теләһә” (бындай һорауға “Аллаға шөкөр” йәки “Әлхәмдүлилла” тип яуап биреү тейешле). Ә “иншалла” киләсәк хаҡында әйткән саҡта ҡулланылырға тейеш. Динебеҙгә туранан-тура ҡағылышлы бына шуның һымаҡ һорауҙарҙы имамдарыбыҙҙан белешеп, уларҙан дөрөҫ кенә әйтергә өйрәнеп йөрөргә кәрәк. Беҙҙең барыбыҙҙың да киләсәге фәҡәт Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Шуға күрә уның ризалығын алып йәшәргә тейешбеҙ.
Үткән ваҡиға тураһында һүҙ алып барған осраҡта ла Раббыбыҙҙы иҫкә алып һөйләшеү мотлаҡ. Булып үткән бер нәмә лә, әлбиттә, Уның ихтыярынан тыш түгел, шуға күрә лә беҙ “Алла шулай теләгән”, йәғни “мәшәалла” тип әйтергә тейешлебеҙ. Яҡшы нәмәме ул, яманмы, бая әйткәндәй, тик Уның бойороғо, Ул яҙған тәҡдир буйынса ғына була. Ошо хаҡта ла Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә беҙҙе иҫкәртә. “Мәмерйә” сүрәһенең 32 – 43-сө аяттарында Раббыбыҙ ике кеше менән булған бер осраҡты миҫал итеп күрһәтә. Үҙенең байлығы менән маҡтанған берәү икенсеһенә: “Мин һиңә ҡарағанда мал яғынан байыраҡ һәм ярҙамсыларым менән дә көслөрәк…” – тип шапырына, әммә ошо барлыҡ байлығының тик Алла ҡеүәте менән генә килгәнлеге хаҡында өндәшмәй, йәғни “мәшәалла” (Алла шулай теләне) тип әйтмәй. Был кешенең дә баҡсаһы Алла ихтыяры менән һәләк була... Үҙен иҫкә алмағандарҙы Раббыбыҙ яратмай, хатта уларға асыулы. Шуға күрә, ни генә булһа ла, һәр саҡ Уны ана шулай иҫкә алыу мотлаҡ. Һиңә оҡшамаған берәй хәл була ҡалһа ла, “Ҡәдәруллаһи үә мә шә.ә фәғәлә” (Был – Алла тәҡдире. Ул нисек теләне, шулай эшләне, тигән мәғәнәлә) тип әйтергә лә ҡушҡан. Ана шундай һүҙҙәр менән беҙ һәр саҡ Уның әжеренә (әжер – ғәр., урыҫса – вознаграждение) өмөт итеп йәшәргә тейешбеҙ. Раббыбыҙ ғәҙел һәм беҙгә ниндәй әжер кәрәклеген Ул яҡшыраҡ белә.
Раббыбыҙға зекер (ҙикр – ғәр., иҫкә алыу, русса – поминание) әйтеү хаҡында һүҙ йөрөтә башлаһам, элегерәк Сибай мәсетенә йөрөгән урыҫ милләтле бер мосолман егетте хәтерләйем һәм һәр саҡ уны милләттәштәребеҙгә үрнәк итеп ҡуям. Андрей исемле был егет үҙе урыҫса һөйләшә торғайны. Һәр һүҙе һайын “Әлхәмдүлилла”ны ҡуша ине. Ишетеүем буйынса, уның ата-әсәһе – христиан динендә булған кешеләр. Ә Андрейға Аллаһы Тәғәлә ислам дине ҡабул итеү бәхетен биргән… Ҡәҙерле милләттәштәрем, ҡайҙа ғына булһаҡ та, ниндәй генә рәхәтлектә йәиһә ҡыйынлыҡта булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Раббыбыҙҙы иҫебеҙҙән сығармайыҡ. Һәр саҡ уның илсеһе беҙгә өйрәткән буйынса йәшәргә ынтылайыҡ.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.