Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Май 2022, 08:30

Сихыр-боҙом ҡуйылғанмы-юҡмы икәнен нисек белергә була?

 Уның айырым билдәләре бармы? Сихыр-боҙомдоң төп билдәләре – үҙеңдә элек булмаған үҙгәрештәрҙе һиҙеү. Мәҫәлән, хәлһеҙлек, күңел болғаныу, күңелдә ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килеү, яңғыҙ ҡалырға яратыу, илағы килеү, ашау теләгенең юҡҡа сығыуы, ҡурҡыныс төштәр күреү, ябығыу.

Сихыр-боҙом ҡуйылғанмы-юҡмы икәнен нисек белергә була?
Сихыр-боҙом ҡуйылғанмы-юҡмы икәнен нисек белергә була?

Шулай уҡ сәс ҡойола башлау, йәшәү теләгенең юҡҡа сығыуы, үҙ-үҙең ҡул һалырға теләү, ҡолаҡҡа ят тауыштарҙың ишетелеүе, артта кемдер йөрөгән кеүек тойолоу кеүек билдәләрҙе күҙәтергә мөмкин.

Әгәр ҙә күстәнәс итеп бирелгән әйберҙән сихырланған тигән шик тыуһа, уны ашамаҫҡа кәрәк. Ул ризыҡтарҙы ҡоштарға, эттәргә һәм бесәйҙәргә бирергә була. Йорт тирәһендә шикле төйөнсөк табылып, күңелдә шик тыуһа, «Фәләк» һәм  «Нәс» сүрәләрен уҡып, күмеп ҡуйырға йәки яндырырға, йә булмаһа башҡа юл менән юҡҡа сығарырға кәрәк.

Кеше ни өсөн сихыр-боҙомға дусар була һуң?

Күп осраҡта сихыр гонаһтар эшләүсе, намаҙ һәм Ҡөрьән уҡымаусы, зикер-тәсбих әйтмәүсе кешеләргә эләгә. Әгәр ҙә әҙәм балаһы үҙенең Раббыһына һәр көндө Ул ҡушҡанса ғибәҙәт ҡылһа, хәрәм ризыҡтарҙан һәм эсемлектәрҙән үҙенең нәфсеһен тыйһа, Аллаһы Тәғәлә уны сихыр һәм күҙ тейеү кеүек зарарларҙан һаҡлаясаҡ.

Сихыр-боҙомдан нисек һаҡланырға һуң?

Иң беренсе сиратта намаҙ һәм Ҡөрьән уҡып, доғалар ҡылып, Аллаһы Тәғәләгә ялбарырға, уның менән бәйләнеште нығытырға кәрәк. Мәҫәлән, «Бәҡара» сүрәһендәге «Аятел-Көрси», “Әмәнәр-расулу”не, шулай уҡ «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыусы кешене Аллаһы Тәғәлә сихырҙан һаҡлай. Бынан тыш, өйҙән сыҡҡанда, йортта булғанда, йоҡонан торғас, йоҡларға ятҡас зикер-тәсбихтар әйтеү ҙә хәйерле. Раббыбыҙ Аллаһ барсабыҙҙы сихыр-боҙомдан һаҡлаһын, уның менән интегеүсе кешеләргә хәйерле шифаларын бирһен.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: