Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Май 2022, 07:00

Кеше иманына күрә һынала

«Иң ауыр һынауҙар бәйғәмбәрҙәр өлөшөнә төшә, – тиелә бер хәҙистә, – ә шунан – уларҙан ҡала, иң лайыҡлылар өлөшөнә. Кеше иманына күрә һынала: иманы көслөнөң һынауҙары ла оло, ә иманда етешһеҙлек булһа, һынауҙар ҙа иманға ярашлы ғына төшә. Кеше ерҙә гонаһһыҙ йөрөй башлағанға тиклем һынауҙар уны ҡалдырмай».
Бәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәрендә күпме хикмәт һәм тәрән мәғәнә ята. Беҙ иһә был хәҙистән сыҡҡан өс төп һығымтаны ҡарап үтәйек.
Беренсенән, һынауҙар кешене гонаһ­тарҙан таҙарта. Теләһә ниндәй ҡайғы-хәсрәт, ҙур булһынмы ул, бәләкәйме, хатта энәнең сәнселеүе лә кешенең яҙыҡ эштәрен юя һәм ҡот осҡос Хөкөм көнөндә буласаҡ хисапты еңеләйтә. Бынан бигерәк, әгәр мөьмин кеше ауырлыҡ килгәндән һуң сабыр булһа һәм гонаһтарынан тәүбә итһә, Алла уны тағы ла ҙурыраҡ юғалтыуҙарҙан һаҡлай.
Һынауҙарҙы Раббыбыҙ тарафынан ебә­релгән мәрхәмәт тип тә ҡабул итергә кәрәк. Сөнки әгәр кеше гонаһ ҡылһа, иң тәүҙә Алла уға, тәүбә итеп, кире тура юлға ҡайтырға мөмкинлек бирә. Артабан Ул кешегә төрлө ишара ебәрә, мәҫәлән, уны изге кешеләр менән урата. Улар иһә уны төҙәлергә саҡыра, уға өгөт-нәсихәт бирә. Әгәр ҙә инде кешене насар эштәрҙән бер нәмә лә туҡтатмаһа һәм гонаһтар уның Раббыһы менән бәйләнешенә хәүеф ме­нән янай башлаһа, Алла уны, үҙ мәр­хәмәтенә ярашлы, еңелсә генә һынауға дусар итә. Беҙ йыш ҡына ауырлыҡтарға зарланһаҡ та, Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Алла әле күп хатаны беҙгә ғәфү итә. Әгәр ҙә мөьмин кешене «уятыр» өсөн еңелсә генә юғалтыуҙар етә икән, әлбиттә, хоҙай шуның менән генә сикләнә һәм уны ҡаты язаларға дусар итеп тормай.
Икенсенән, һынауҙар изге кешеләр, хатта бәйғәмбәрҙәр өлөшөнә лә төшә. Мәҫәлән, Алланан, улыңды ҡорбан итеп килтер, тигән әмер алған Ибраһим бәйғәмбәрҙе иҫкә төшөрөү ҙә етә.
Бәйғәмбәрҙәр кисергән михнәттәрҙе ябай кешеләр күтәрә алмаҫ ине, моғайын. Ибраһимдың мөшриктәр тарафынан утҡа ырғытылыуы, Яҡуп бәйғәмбәрҙең ыҙа сигеүҙәре, Йософ бәйғәмбәрҙең нисәмә йыл буйы төрмәлә ултырыуы, Әйүп бәйғәмбәрҙең ауырыуы... Күп бәйғәмбәргә төшкән һынауҙар бер нисә йылға ғына түгел, йөҙәр йылдарға һуҙылған. Алланың уларға ҡарата хәстәрлеге генә ауыр­лыҡтарға ҡаршы торорға ярҙам иткән.
Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙенең иң яҡшы ҡолдарына шундай ҡыйынлыҡтар ебәрҙе икән? Әгәр кешеләр ошо һорау буйынса фекер йөрөтһә, был фани донъяның ярты тин дә тормауына инаныр ине. Уның ҡарауы, һынауҙар аша Алла бәйғәм­бәрҙәрҙе һәм уларға эйәргәндәрҙе юғары дәрәжәләргә күтәрә.
Өсөнсөнән, һынауҙың ҙурлығы кешенең иманына бәйле. Иманы көслөрәк кешене Раббыбыҙ ауырыраҡ һынауға дусар итә. Иманы көсһөҙөрәк кешенең үҙ өлөшөнә төшкән һынауҙары ла еңелерәк. Аллаһы Тәғәлә, кешенең холоҡ-фиғелен дә иғтибарға алып, тиҙерәк аҡылға килергә этәргес булырҙай һынауҙар ебәрә. Берәүҙәрҙе сир менән һынай, икенселәрҙе – байлыҡтың юғалыуы, бүтәндәрҙе –  яҡындарының үлеме менән... 
Белемебеҙ сикле булғас, Хоҙайҙың беҙҙән нимә көткәнен тиҙ генә аңлап та булмай шул. Быны аңлау өсөн ҡайһы саҡ тотош ғүмер ҙә етмәй ҡала. Хоҙайҙың тәҡдире йыш ҡына беҙҙә ризаһыҙлыҡ уята. Ә бит беҙ теләгән нәмәләрҙең ахырҙа беҙҙең өсөн зыян булыуы, беҙ теләмәгән нәмәләрҙең, киреһенсә, беҙгә файҙа килтереүе ихтимал. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, «Алла белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ».
Шулай итеп, фани донъяла һынауҙарҙан ҡасып ҡотолоу мөмкин түгел. Байлыҡ һәм хакимлыҡтан баш тартырға була, ләкин ул саҡта фәҡирлек һинең өсөн һынау буласаҡ. Фәҡирлектән сыҡһаң, байлыҡ  һынауға әйләнәсәк. Ғаилә, балалар, туғандар ҙа  – өлөшөбөҙгә төшкән һынау­ҙарҙан. Һынауҙарҙан ҡасып, Раббыбыҙҙың ниғмәттәренән баш тартырға тимәгән, әлбиттә. Уларҙы лайыҡлы үтеү өсөн тырышырға, Алланан ныҡлыҡ һорап, доға ҡылып торорға кәрәк.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: