Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Апрель , 07:00

Фытыр саҙаҡаһының күләме күпме?

“Фытыр саҙаҡаһы бирелмәйенсә, рамаҙан айында ҡылынған изге ғәмәлдәр һәм ураҙа Аллаһы  Тәғәләгә еткерелмәҫ”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.


Шуға уны ураҙа ғәйетенә тиклем би­реп ҡалырға кәрәк.  Шунһыҙ ураҙа ҡабул булмай. Хәйерҙе мохтаждарға, сирлеләргә ризыҡ менән дә, аҡсалата ла бирергә була. Күләме ғаиләнең йәшәү хәленә ҡарап билдәләнә.  БР мосолмандары диниә назараты билдә­лә­үенсә, быйыл  фытыр саҙаҡаһы күләме – йәшәү кимәле түбән булғандар өсөн һәр кеше иҫәбенән 150 һум, урта хәлле кешеләргә  300 һум, байҙар өсөн 500 һум. Фиҙиәнең (диндә булып, һаулыҡ торошо буйынса ураҙа тота алмағандар түләй) күләме – 30 көнгә  6 мең һум. Балаларҙың саҙаҡаһын ата-әсәһе бирә.
Зәҡәт (бай йәшәгәндәр мал- мөлкәтенән түләй) – 9 мең һум.
Фытыр саҙаҡаһы алғас, ошо доға уҡыла:
«Аллаһүммә тәкабәлл фитратәһү үәсиямәһү үәстәжибү доғаәһү үәғфир зүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әксыйр әмүәләһү үә үәффикһү галә хәйри мәкасыйдаһ». 
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһы, хәйер биреүсенең фытыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын ҡабул ҡыл, гонаһтарын ярлыҡа, иманын ҡеүәтле ит, малдарын арттыр, маҡсаттарына ирештер».
Фиҙиә саҙаҡаһы

Ураҙа – мосолман өсөн фарыз ғәмәл, уны ниндәйҙер сәбәп менән тотмаған осраҡта йә аҙаҡтан көнөнөкөн көнөнә тотоп ҡаза ҡылына йәки фиҙиә саҙаҡаһы түләнә.
Рамаҙан айында кешенең алты сәбәп менән ураҙа тота алмауы мөмкин.
Беренсеһе – сәләмәтлек булмау. Һауыҡҡас, ул кеше ураҙаһын көнгә-көн тотоп бөтөрә, йәғни ҡаза ҡыла.
Икенсе сәбәбе – алыҫ сәфәрҙә булыу. Әгәр кеше транспортта йөрөп, яҡын аралыҡта булып, юлы ауырлыҡ тыуҙырмай икән – ураҙаны боҙоуға сәбәп юҡ. Ә инде кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында алыҫ юлға сыҡҡанда тотоуы ауыр икән, ураҙаһын ҡалдырып тора ала һәм рамаҙан айы үткәс, көнөнә-көн тотоп ҡуя – ҡаза ҡыла.
Мосолман ҡатынға (мөслимә) йөклө булғанда йәки бала имеҙгәндә, балаға йә үҙенең һаулығына зыян килерҙәй булһа, һөтө бөтөүе ихтимал булғанда ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Бының өсөн фиҙиә түләнмәй, аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуя.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас в