Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Апрель , 12:28

РАМАҘАН АЙЫНДА УРАҘА ТОТОУҒА САҠЫРЫУ

1 апрелдә ҡояш байыу менән Рамаҙан айы башлана. 2 апрель – ураҙаның тәүге көнө. Һәр мосолман өсөн фарыз булған был ғибәҙәтте үтәп, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә, сауаптар алырға яҙһын!

Рамаҙан айы – ул динебеҙҙең төп бер терəге  булған фарыз ураҙаны үтəргə билдəлəнгəн ваҡыт һəм Алланың иң бөйөк ниғмəттəренең береһе. Был ай – ураҙа тотоу, нəфел намаҙҙар уҡыу, хəйер-саҙаҡалар таратыу, Ҡөрьəн уҡыу айы. Бихисап хəҙистə бəйəн ителгəнсə, был мәлдә Йəннəт ишектəре асыла, Йəһəннəм ишектəре ябыла, шайтандар бығаулана, изге ғəмəлдəр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолман­дарҙың дəрəжəлəре күтəрелə һəм гонаһтары ғəфү ителə, Раббыбыҙҙың ниғмəттəре ишəйə.

  Был мөбəрəк айҙа бəйғəмбəребеҙ үҙе лə ураҙа тотҡан, сəхəбəлəренə лə быны бойорған. «Кем был айҙы камил иман һəм өмөт менəн ураҙа тотоп үткəрə, шуның алдағы гонаһтары ғəфү ителер», – тип хəбəр иткəн беҙгə ул. Шулай уҡ кем Рамаҙан айын камил иман һəм өмөт менəн төнгө намаҙҙар ҡылып үткəрə, шуның да алдағы гонаһтары ғəфү ителер, тип шатландырған.

  Был изге айҙа Ҡəҙер төнө бар. Кем шул төндө ғибəҙəттəр менəн, камил иман һəм өмөт менəн үткəрə, шуның да алдағы гонаһтары юйылыр, тип һөйөндөргəн беҙҙе Алла рəсүле Мөхəм­мəт Мостафа. Мөбəрəк айҙы ҡəҙерлəп, файҙалы итеп үткəрергə тырышайыҡ!

  Хөрмəтле йəмəғəт! Ошо айҙа Аллаһы Тəғəлə беҙгə ураҙа тотоуҙы фарыз ҡылды. Раббыбыҙ был хаҡта Ҡөрьәндә  былай ти: «Эй, һеҙ, иман килтергəндəр! Һеҙҙəн алда булған өммəттəргə бойоролған кеүек, һеҙгə лə ураҙа тотоу бойоролдо – бəлки, һеҙ тəҡүəлелəрҙəн булырһығыҙ!» («Һыйыр» сүрəһе, 2:183). Раббыбыҙҙың ошо һүҙҙəренə ҡолаҡ һалып, ураҙа фарызын еренə еткереп үтəп, Алла язаһынан һаҡланыуҙы – тəҡүəне күңелдəребеҙҙə тəрбиəлəйек. Унан ғына ҡурҡыу – ул мосолман сифаты.

Ураҙа тотоуҙың башҡа файҙалары ла бихисап. Мəҫəлəн, мосолман үҙ күңелен төрлө кире сифаттан таҙарта. Сабыр­һыҙлыҡ, ялҡаулыҡ, нəфсегə эйəреү урынына сабырлыҡ, эшһөйəрлек, рухи көс килə. Йыш ҡына халыҡ араһында: «Беҙҙең олатай-өлəсəйҙəребеҙ йəйҙең эҫе мəлендə ураҙа ла тотҡан, бесəн дə сапҡан», – тип хайран ҡалып һөйлəгəн кешелəрҙе ишетергə була. Ə бит улар ниндəйҙер сит планетанан килгəн кешелəр булмаған – ошо уҡ шарттарҙа йəшəгəн, шул уҡ үлəнде сабып, шул уҡ эштəрҙе башҡарған. Улар ашаған ризыҡҡа килгəндə, һөйлəп тораһы ла түгел, хөрмəтле йəмəғəт, сөнки беҙҙең ашаған нəмəлəрҙе улар ғүмерендə лə күрмəгəн. Шулай булғас, ниңə ҡайһы берəүҙəребеҙ: «Ураҙа тота алмайым – эшем ауыр», – тип аҡлана. Юҡ, ҡəрҙəшем, һылтауҙар табып, Аллаһы Тəғəлə бойорған фарыз ураҙанан, исламдың иң төп эштəренең береһенəн ҡасма! Йəй көндəренə тура килгəн Рамаҙан айында беҙҙең олатай-өлəсəйҙəребеҙ ураҙаларын тотҡан,  көндөң яҡты сəғəттəре бигерəк оҙон, тип тормаған! Улар булдырғанды беҙ ҙə булдыра алырбыҙ, Алла бойорһа!

Кеше ураҙаның сауабын бөтə күңеле менəн ныҡлап аңлаһа, бер ниндəй ҡыйынлыҡтарға ла аптырап тормаҫ ине. Килəһе хəҙистəргə иғтибар итəйек.

«Аллаһы Тəғəлə əйткəн: «Əҙəм балаһының бар эштəре лə – үҙе өсөн. Ураҙанан башҡа – ул Минең өсөн, һəм уның сауабын Мин Үҙем бирəсəкмен!»

«Ураҙа – ул ҡалҡан, һəм кемегеҙ уны тотһа, əрлəшмəһен һəм тауышланмаһын. Әгəр уның үҙен кемдер əрлəй башлай икән йə уның менəн һуғышырға ынтылһа, «Мин – ураҙала!» – тип əйтһен. Мөхəм­мəттең йəне ҡулында булған (Алла) менəн ант итəм: ураҙалы кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Алла хозурында мисек еҫенəн дə тəмлерəк! Ураҙа тотҡан кешенең ике ҡыуанысы булыр: ауыҙ асҡанда ифтарына ҡыуаныр, Раббыһын осратҡан көндө иһə ураҙаһы өсөн ҡыуаныр» (Бохари, Мөслим йыйын­тыҡтарынан).

Был хəҙистең имам Мөслим килтергəн риүəйəтендə шундай өҫтəмə бар: «Əҙəм балаһының һəр эше өсөн сауап ун тапҡырҙан алып ете йөҙ тапҡырға тиклем арттырылыр. Сөнки Аллаһы Тəғəлə шулай тигəн: «Ураҙанан башҡа – ул Минең өсөн, һəм уның сауабын Үҙем бирəсəкмен! Кеше бит үҙ телəктəренəн һəм ашамлығынан Минең ризалығым өсөн баш тарта».

Икенсе бер хəҙистə əйтелеүенсə, ураҙа кешене Ҡиəмəт көнөндə яҡлаясаҡ. Бəйғəмбəребеҙ: «Ураҙа һəм Ҡөрьəн Алла ҡолон Мəхшəр көнөндə яҡлашасаҡ. Ураҙа: «Эй, Раббым, мин уны ашауҙан һəм төрлө телəктəн мəхрүм иттем, миңə уны яҡлашырға рөхсəт ит», ә Ҡөрьəн: «Мин дə уны төнгө йоҡоһонан мəхрүм иттем, миңə лə уны яҡлашырға рөхсəт ит», – тип əйтер. Шулай итеп, икеһе лә кешегə шəфəғəт ҡылыр», – тип əйткəн (Əхмəд, Табәрани йыйынтыҡтарынан).

Эй, мосолман ҡəрҙəшем! Был мөбəрəк айға тиклем йəшəп етеүең, бəлки, һинең Йəннəткə инергə иң ҙур, лəкин һуңғы форсатыңдыр. Килəһе йылға тиклем йəшəп етеүебеҙ вəғəҙə ителгəн нəмə түгел. Ошо көнгə тиклем намаҙға, ураҙаға, зəкəткə, ғөмүмəн, дингə вайымһыҙлыҡ күрһəткəн булһаң, йəшəү рəүешеңде яҡшы яҡҡа үҙгəрт. Шəүлə кеүек донъяуи телəктəр артынан сабыуыңды туҡтатып тор. Сауҙа, бурыстар, эшҡыуарлыҡ, төҙөлөш тураһында уйҙарыңды икенсе рəткə ҡуйып тор ҙа, йөрəгеңде Ахирəткə – килəһе тормошҡа йүнəлт.

 

  Ишморат  Хәйбуллин.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в