Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Март 2022, 08:30

Көнсөллөк изге ғәмәлдәрҙе юҡҡа сығара

Көнсөллөк ике төрлө була. Береһе шәриғәттә рөхсәт ителгән, халыҡта «аҡ көнсөллөк» тип аталған ярышыу хисе. Мәҫәлән, берәү яҡшы итеп бер эш башҡара икән, унан яҡшы ниәт менән көнсөлләшеп, сәмләнеп, үҙеңә лә шулай булырға тырышыу. Изге эштәрҙә ярышыу бер-береңә зарар килтермәй, көнсөлләү рөхсәт ителә. Ә икенсеһе шәриғәттә тыйылған, халыҡта «ҡара көнсөллөк» тип йөрөтөлгән яуызлыҡ теләп көнләшеүҙер.

Көнсөллөк изге ғәмәлдәрҙе юҡҡа сығара
Көнсөллөк изге ғәмәлдәрҙе юҡҡа сығара

«Фәләҡ» сүрәһендә: «Эй, Мөхәммәт, әйт, таңдың раббыһына һыйынам. Һәр бер мәхлүктең (Аллаһы Тәғәлә бар ҡылған) яуызлығынан: кис төшкән ваҡыттағы зарарҙарҙан, өрөп сихырлаусы сихырсы ҡатындарҙың зарарынан һәм көнсөл кешенең көнсөллөктәренең зарарынан». Ниндәй ҙур яуызлыҡтар менән бергә Аллаһы Тәғәлә көнсөл  кешенең зарарынан да үҙенә һыйынырға ҡуша. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм: «Бер-берегеҙҙе күрә алмауығыҙҙы ташлағыҙ, көнсөлләшмәгеҙ, бер-берегеҙ менән булмағыҙ, арағыҙҙа дуҫлыҡты өҙмәгеҙ, туғандар һымаҡ булығыҙ», – тигән. Көнсөллөк тар күңеллектән, йөрәктең ҡара булыуынандыр. Уның кеүек кеше үҙенән өҫтөн булғанды күрә алмаҫ, уға зарар итер. Үҙенән насарыраҡтарҙан көлөр,мәсхәрә итер. Уларҙың уйында насарлыҡ, йөрәгендә ҡаралыҡ, гонаһты күп эшләрҙәр. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм: «Көнсөллөктән һаҡланығыҙ, сөнки ул изге ғәмәлдәрегеҙҙе ут утынды яндырып бөтөргән һымаҡ бөтөрә», – тигән.

 

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: