Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Март 2022, 15:23

Бөгөн – Бәраәт кисе

Шәғбан айының 15-енән ҡаршы көндө ураҙа тотоп, кисен ғибәҙәт менән үткәрергә бойорған пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

Бөгөн – Бәраәт кисе
Бөгөн – Бәраәт кисе

– Шул кистә йәки ҡояш ҡалҡансы Аллаһы Тәғәлә донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар: «Гонаһтарын ярлыҡауымды һораусылар юҡмы? Һораусылар булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәрҙән ыҙа сиккәндәр йәки ауырып киткәндәр юҡмы?  Күңелдәренә һәм тәндәренә шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһындар – теләктәрен үтәрмен», тиер һәм Уның  был мөрәжәғәте ҡояш ҡалҡансы дауам итер», – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

Был кистә бәндәләрҙең бер йылға билдәләнгән яҙмыштары яҙыла һәм фәрештәләргә тапшырыла. Шулай уҡ унд бөтә мәхлүктәрҙең ейер ризыҡтары, байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы дәрәжәләре, йыл дауамында тыуасаҡ һәм үләсәк кешеләр ҙә билдәләнеп ҡуйылыр икән, ти.

Был кистә Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең ялбарыуына, теләгенә айырыуса илтифатлы була икән. Бәндәләрҙең үкенеүе, тәүбәгә килеүе, Аллаһтан гонаһтарын ярлыҡауын һорап, ялбарыуы сәбәбендә күптәрҙең гонаһтары ярлыҡана был кистә.

Бәраәт кисендә, мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап, ихлас күңелдән доғалар күп уҡыла. Был кистә, ошо кисте ҡаршыларға әҙерләнгәндә, изгелектәр ҡылырға тырышырға кәрәк. Мохтаждарға, меҫкендәргә, матди хәле мөшкөл кешеләргә хәйер, саҙаҡалар биреү сауаплы. Мосолмандар был кисте бергә үткәрә, бер-береһен һыйлай.

«Был кистә күберәк ғибәҙәттә булығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, әрүахтар рухына доға ҡылығыҙ», – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: