– Һорағыҙ, күберәк һорағыҙ! Мин үҙем әле бына беҙ ултырған бүлмә үҙем белгән, үҙем һөйгән Әбү Ғөбәйҙә, Муғаз ибн Джәбәл, Хузайфа Әл-Йәмәни кеүек аҡылы камил, холҡо күркәм кешеләр менән тулы булып, уларҙың Аллаһ хаҡында хаҡ һүҙ һөйләп, бәндәләрҙең холҡон төҙәтеү, уларға тәрбиә биреү эшендә хеҙмәт итеп йөрөүҙәрен теләр инем, – ти.
Аҡыллы, намыҫлы, иманы көслө дуҫтар менән ғүмер итеүҙе бөтә хазиналарҙан да артығыраҡ күрә.
Татыулыҡҡа саҡырып, Ҡөрьән дә бит өйрәтә: «Эй, Мөхәммәт! Аллаһ юлына өндәп йөрөгәндә мәжүсиҙәр араһында ла хикмәтле һәм яҡшы һүҙ, иң яҡшы юлдар менән нәсихәт һәм бәхәс алып бар», – ти.
Фото: Т. АМАНОВ.