Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Март , 07:00

Күрше туғаныңдан яҡыныраҡ

Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙенең сәхәбәләренән: “Күршеләрегеҙҙең һеҙҙә ниндәй хаҡы барын беләһегеҙме?” – тип һорай.

Улар яуап бирмәгәс: “Ярҙамға мохтаж булһа, ярҙам ит, уның ярҙамға хаҡы бар. Эшендә булышырға кәрәк булһа, ярҙамға барыуҙан баш тартма. Бәләгә төшһә, бәләлә ҡалдырма. Ауырып китһә, барып хәлен бел. Үлеп ҡалһа, йыназаһында ҡатнаш. Шатлығы булһа, шатлығын уртаҡлаш. Өй төҙөһәң, күршеңде елдәрҙән һәм ҡояш нурҙарынан ҡапларлыҡ итеп төҙөмә. Еләк-емеш үҫтерһәң, күршеңә өлөш сығар, әммә, башҡаларҙы ҡыҙыҡтырыр тип, балаларың уны урамға алып сыҡмаһын!” – тигән.

Бер ваҡыт бәйғәмбәребеҙгә килеп, берәү күршеһенә зарлана. “Сабыр ит!” – тип уға кәңәш бирә. Әммә сабыр итеү файҙа бирмәгәс, дүртенсе килеүендә: “Әйберҙәреңде урамға сығарып ҡуй”, – тип өйрәтә. Ул әҙәм бәйғәмбәребеҙ әйткәнсә эшләй: әйберҙәрен урамға сығарып ла, үҙе лә шунда барып ултыра. “Нимә булды?” – тип һорай унан үтеп-һүтеп йөрөгәндәр. “Күршем насар, йәшәр хәл ҡалманы”, – ти кеше. Быны күреүселәрҙең  береһе шул ваҡытта: “Уға Алланың ләғнәте төшһөн!” – тип үтә башлай. Был хәлдән бөтөнләй ғажиз ҡалған күршеһе: “Әйберҙәреңде өйөңә индереп ҡуй. Алла менән ант итеп әйтәм: башҡаса һиңә бер ниндәй ҙә зыян килтермәм”, –  тип ялына. Ике аралағы ыҙғыш-талаш туҡталып ҡала.

“Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнө буласағына инанған кеше күршеһенә лә яҡшы булһын. Үҙенең яманлығынан күршеһе имен булмаған кеше – беҙҙән түгел”, – тигән бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.

Күрше туғаныңдан яҡыныраҡ. Улар менән татыу йәшәйек.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в