Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Март 2022, 09:09

«Яҡшы һүҙ битәрләй-битәрләй бирелгән саҙаҡанан яҡшыраҡ»

«Үҙ малынан өлөш сығарғанда уны Аллаһ ризалығы өсөн тип тотонған, хәйер биргәндә лә битәрләүҙәргә бирелеп кеше рәнйетеүгә бармаған кешегә Раббыһы тарафынан оло әжер-сауаптар әҙерләнгән. Уларға ҡурҡыу һәм борсолоу өсөн урын юҡ», – тиелә Ҡөрьәндә. Киреһенсә, малынан хәйриә өлөш сығарып та, күңелендә кер йөрөткән кеше үҙен-үҙе әжер-сауаптарҙан мәхрүм итә. «Яҡшы һүҙ, кешеләрҙең төрлө хаталарын ғәфү итә белеү –битәрләй-битәрләй бирелгән саҙаҡанан яҡшыраҡ.  Аллаһ үҙе бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Шуға ла үтә лә түбәнселекле», – тиелә «Бәҡара» сүрәһендә.

«Яҡшы һүҙ битәрләй-битәрләй бирелгән саҙаҡанан яҡшыраҡ»
«Яҡшы һүҙ битәрләй-битәрләй бирелгән саҙаҡанан яҡшыраҡ»

Былар исламдың намыҫ, дәрәжә кеүек ҡиммәттәргә ҡарата мөнәсәбәтен аңлатып бирә. Сөнки һаран кеше икеләтә юғалтыуға юлыға: малының бәрәкәте ҡалмай, аласаҡ әжер сауаптары юҡҡа сыға. Бер ҡулы менән игелек эшләй, ҡомһоҙлоҡҡа бирелеп икенсе ҡулы менән уны юйып ташлай.

Дин беҙҙе бик тә иғтибарлы булырға өйрәтә. «Фәҡир кеше хәйер һорап торғанда һөйләр һүҙен әйтеп бөткәнсе уны бүлдермәгеҙ. Яуап бирер һүҙегеҙ булмаһа, тыныс ҡына, әҙәп менән генә уның һорауын үтәгеҙ, мөмкинлегегеҙ булмаһа, йомшаҡ ҡына итеп хәйер биреүҙән баш тартығыҙ. Аллаһ тарафынан һеҙҙе һынау һәм биргәндәре менән нисек файҙаланыуығыҙҙы белеү өсөн фәҡирҙәр  сүрәтенә инеп, Уның фәрештәләре лә килеүе мөмкин», – тип пәйғәмбәребеҙ әйткән.

                          

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: