«Тажзәхмәт» таралыу сәбәпле, күптәрҙе бөгөн нисек шәбәйеү, һауығыу мәсьәләһе борсой. Шылтыратып, яҙып, миңә лә мөрәжәғәт итәләр, ниндәй аят-сүрәләр ошо сирҙән ярҙам итә, тип һорайҙар.
Мин Ҡөрьән, ғәрәп теле белгесе лә, им-томсо ла түгел, әммә үҙебеҙҙең “Әбделмән” мәсетенә йөрөп, остаздарыбыҙ Рәсүл хәҙрәт, Гөлнара Иҙей ҡыҙы, Лилиә Муса ҡыҙы, Вәзимә Баязит ҡыҙҙары ҡулында Ҡөрьән аят-сүрәләрен ғәрәпсә апаруҡ уҡырға өйрәнгән, әле булһа ғилем эҙләү өҫтөндә булған Алла ҡоло.
Хәҙер ғалимдар ҙа таный – тотош Ҡөрьән дауа, шифа, сөнки ул – Алла һүҙе. Ҡөрьән уҡып күңелгә тыныслыҡ, сирҙәреңә шифа табаһың.
Белоретта ковид госпиталендә ятҡанда ла, ҡайтҡас та етешәр тапҡыр түбәндә яҙып китәсәк сүрә-аяттарҙы уҡыным. Уҡып торам, түшкә, үпкә тапҡырына һуҡҡылап (массаж эшләп) торам. Тын алыуы еңелләшә. Бер юлы зекер ҙә, Ҡөрьән уҡыу ҙа, массаж да.
Һәр кешегә айырым яҙмаҫ, аңлатмаҫ өсөн ошо үҙем дауаланған осорҙа уҡыған аят-сүрәләрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм: уҡығыҙ, ятлап алығыҙ, Алла тапҡырында нәҡ Уның ярҙамы менән шифа табығыҙ!
Бөгөн күптәр температураһын төшөрә алмай яфа сигә. Был осраҡта “Әл-Әнбиә” (“Бәйғәмбәрҙәр”) сүрәһенең 69-сы аятын уҡырға кәрәк.
“Ҡульнәә йәә нәәру күүнии бәрдәү-үә сәләәмән ғәләә Ибрааһиим”. Тәржемәһе-тәфсире: Беҙ: «Эй, ут, Ибраһимға һалҡын һәм иҫәнлек бул!» – тип әйттек».
Был аяттың тарихын Ҡөрьән уҡығандар белә – Нәмрүд батша Ибраһим ғәләйһис-сәләмде яндыртмаҡсы булып тәрән соҡор ҡаҙҙыртып, әрҙәнә-әрҙәнә утын әҙерләтеп, бәйғәмбәребеҙҙе шул соҡорға ташлата. Алланың ҡөҙрәте менән Ибраһим ғәләйһис-сәләм уттан имен сыға.
Үпкәнән шифа аяттары ла бар:
«Шшәрх (Әл-Инширах) (Ярып асыу)» сүрәһе, 94-се сүрә
Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим
8.»Үә илләә Раббикә фәрғаб».
Тәфсире: «Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим».
Тәфсирҙән күренеүенсә, был сүрәлә Алла Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә мөрәжәғәт итә. Тәүге ике аятта күкрәктәге йөк, Аллаһтың уны алыуы, шул йөктән бушандырыуы хаҡында һүҙ бара – шуға үпкәнән, түш ауыртыуҙарынан шифа аяттары булып тора.
«Таа-һәә» (20-се сүрә) сүрәһенең 25 –28-се аяттары ла үпкә сирҙәре, балалар (ололар ҙа) тотлоҡҡанда өшкөрөү аяттары булып тора, сөнки уларҙа ла “күкрәгемде киңәйт”, “эшемде еңеләйт” тигән һүҙҙәр бар.
Тәфсире:
Был аяттарҙы балалар (ололар ҙа) тотлоҡҡанда, һөйләшмәгәндә уҡып өшкөрһәң дә файҙалы, сөнки “Минең телемдәге төйөндө сис” тигән һүҙҙәр бар.
Ошо аят-сүрәләрҙе, тәүҙә ниәт итеп, йәғни Алланан үҙеңә, ауырыған кешегә шифа, һаулыҡ һорап: «Әғүүҙү билләһи минәш-шәйтанир раджим бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим», – тип башлап уҡыу кәрәк (1, 3, 7-шәр, хәлдән килһә, 41-әр тапҡыр).
Әгәр Аллаға, уның шифа биреренә ысын ышаныу менән ышанһаң, файҙаһы тейә.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.