Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Март 2022, 08:28

Изге Йомабыҙ мөбәрәк булһын!

«Әгәр ҙә мосолман был көндө яҡшы итеп йыуынып йома намаҙына барһа, уның был аҙнала эшләгән бөтә гонаһтары ярлыҡаныр, намаҙға барған ваҡыттағы һәр аҙымы өсөн уға әжер-сауаптар бирелер. Әгәр ҙә кеше йома намаҙынан һуң «Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен ете тапҡыр уҡып сыҡһа, был кешене Аллаһ аҙна буйына төрлө бәлә-ҡазаларҙан һәм бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлар»,  – тигән пәйғәмбәребеҙ.

Изге Йомабыҙ мөбәрәк булһын!
Изге Йомабыҙ мөбәрәк булһын!

Йома көндө, тип өйрәтә дин, йәндәр бергә йыйылып әңгәмә ҡора. Был көндө бөтә кешеләрҙең ҡәбер ҡазаптары туҡталып тора һәм мөъминдәр өсөн улар яңынан башланмай ҙа. Йома көндө һәм йомаға ҡаршы төндә үлеп ҡалған иманлы бәндәләр ҡәбер ҡазаптары күрмәй.

Мосолман аҙна буйы доғанан һәм намаҙҙан айырылмай. Йома көндө ул Аллаһҡа яҡынлығын тағы ла көсәйтеп ебәрә. Ғибәҙәт менән бергә ислам хөкөмдәрен халыҡҡа аңлатып биреү мөмкинлеге асыла.

Һәр намаҙҙағы һымаҡ йома намаҙында ла бәндәнең бөтә иғтибары ғибәҙәттә булырға тейеш, тип өйрәтә дин. Сөнки был ваҡытта ул Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына баҫа, Уның үҙе менән әңгәмә ҡора. Быны бер нәмә лә бүлдерергә тейеш түгел.

Пәйғәмбәребеҙ: «Әлбиттә, йома намаҙы еңел түгел, әммә ләкин был намаҙ өсөн әжер-сауаптарҙың күпме булыуын белһәгеҙ, мәсеткә шыуыша-шыуыша булһа ла барырға тырышыр инегеҙ. Мәсеттә йома намаҙындағы беренсе рәт фәрештәләр сафына оҡшаш. Әгәр ҙә һеҙ беренсе рәттә тороуҙың игелеген белә алһағыҙ, унда урын алып ҡалыу өсөн кем уҙарҙан йүгереп, ашыға-ашыға барыр инегеҙ. Йома намаҙында кеше ни тиклем күп ҡатнашһа, Аллаһы Тәғәләнең уларға ҡарата булған ризалығы ла шул тиклем күберәк буласаҡ», – тигән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: