Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Февраль 2022, 07:00

ТӘҺӘРӘТ АЛЫУҘЫҢ ӨҪТӨНЛӨКТӘРЕ

Ислам – таҙалыҡ дине, һәм Аллаһы Тәғәлә Үҙ ҡолдарынан матди һәм рухи бысраҡлыҡтан сафланыуҙы талап итә.

Хоҙайға ниәт ҡылғанда ислам ҡабул итеүсе кеше ғөсөл алырға, ә ғибәҙәткә (мәҫәлән, на­маҙға) тотонһа, кесе тәһәрәт тә алырға бурыслы. Эйе, мосолмандар сафлыҡҡа ҙур иғтибар бүлә, сөнки сафлыҡ, таҙалыҡ уларҙың иман нигеҙе булып тора. Таҙалыҡ – күркәм сифат, ул кешене фәрештәләргә яҡынайта, шайтандарҙан алыҫайта һәм ҡәбер ғазаптарынан һаҡлай. Таҙалыҡ кешенең йәнен ихсан дәрәжәһенә күтәрә. Шулай уҡ кешене Аллаға яҡынайта.

Тәһәрәт алған саҡта йыуылырға тейеш булған тән өлөштәре, ғәҙәттә, асыҡ йөрөй һәм тиҙ бысрана. Шуға ла уларҙы көнөнә биш тапҡыр йыуып тороу тән сихәтлегенә булышлыҡ итә һәм фекер тупларға ярҙам итә. Тәнде паклаусы тәһәрәт йәнгә лә тәьҫир итә, уға нур индерә, гонаһтар ҡараңғылығын кәметә. Йәғни яҡшылыҡтар өсөн әжер арттырыла, ә хаталар юйыла, тигәнде аңлата был.

Тимәк, бөтә яҡлап та – медицина күҙлегенән дә, рухи йәһәттән дә – тәһәрәт алыуҙың өҫтөнлөктәре үҙенән-үҙе аң­лашылып тора.

Үрҙә телгә алын­ғандарҙы күҙ уңында тотоп, мөьмин кеше тәһәрәтте бик ентекле рәүештә, Ахирәттә бирелер нурҙы арттырырға ниәтләнеп алырға тейеш. Бының өсөн тәһәрәттең бөтә нескәлеген дә үтәргә кәрәк: тейешле тән өлөштәрен тулыһынса өсәр тапҡыр йыуыу, мөм­кинлек булһа, йөҙ менән Ҡибла яғына боролоу, тәһәрәт алыуға керешкәндә, «Бисмиллә́» (йәғни «Алла исеме менән») тип әйтеү, ауыҙ-танауҙы ентекле итеп сайыу, һыуҙы артыҡ сарыф итмәү, тәһәрәтләнгәс, тейешле доға­ларҙы уҡып ҡуйыу.

Тәһәрәт алған саҡта мисүәк (арак тигән ағас сыбыҡтарынан яһалған теш щеткаһы) ҡулланыу ҙа мөһим сөннәти ғәмәл һанала. Алла рәсүле был турала: «Өммәтемә ауырлыҡ һалмаҫымды белгән булһам, һәр намаҙ алдынан мисүәк ҡулланырға әмер итер инем», – тигән (Бохари йыйын­тығынан).

Тәһәрәтте һәм намаҙҙы тейешенсә ҡылыусы мосолмандар Хөкөм көнөндә йөҙҙәренән, аяҡ-ҡулдарынан бөркөлгән нур менән бүтән кешеләрҙән айырылып торасаҡ.

Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Белегеҙ: һеҙҙең иң яҡшы ғәмәлегеҙ – намаҙ. Һәм мөьмин кеше генә һәр ваҡыт тәһәрәтле килеш була», – тигән.

Йәғни ул был күркәм ғәмәлдең – тәһәрәтле йөрөүҙең бөйөк өҫтөнлөгөнә күрһәткән һәм быны, иман көслө булыу өсөн бер шарт, тип атаған. Һәр ваҡыт йыуынырға тырышыу – Раббыбыҙҙың мөбәрәк бер сөннәте ул. Тәһәрәтһеҙ кешенең  доғаһы ла ҡабул булмаҫ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: