Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Февраль 2022, 17:00

Хайуандарҙың ҡарғышы төшәме?

Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм хәҙисенән уҡып, бер мосолман ҡатынының бесәйен ҡыйырһытыуы арҡаһында тамуҡҡа инеүен беләбеҙ. Ул уны бер бүлмәгә ябып ҡуйған. Бахыр хайуан мыяулаған-мыяулаған да, ахыр сиктә астан үлгән. Ә бер гонаһлы ханым сүлдә осраған бер  эткә ҡоҙоҡтан аяҡ кейеме менән алып, һыу эсергән. Аллаһы Тәғәлә ошо ғәмәле өсөн уның бөтә гонаһтарын кисергән.

Хайуандарҙың ҡарғышы төшәме?
Хайуандарҙың ҡарғышы төшәме?

Шуға хайуандарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Сөнки улар менән әҙәм балалары араһында Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте бар. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә рөхсәт итмәһә, бер генә хайуан да беҙгә зыян килтерә алмай. Ниндәйҙер бер хайуанға зыян килтерәбеҙ икән, был эш өсөн яуап бирергә кәрәклеген  онотмаһаҡ ине. Кем белә, бәлки Аллаһы Тәғәлә беҙҙе берәр төрлө хайуан менән һынауы ла бар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: