«Әғүүҙү бикәлимәәтил-ләәһит–тәәммәәти мин шәрри мәә халәҡ».
Мәғәнәһе: «Алла барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтан уның камил һүҙҙәре менән һыйынам».
Был һүҙҙәрҙе юлда һәм берәй өйҙә туҡтағанда ла әйтергә кәрәк. Юлға ҡуҙғалғансы бындай кешегә бер нәмә лә зыян килтерә алмаҫ.
«Бисмилләәһил-ләҙии ләә йадурру мәғәсмиһи шәй-үн фил-арди үә ләә фис-сәмәәә-и үә һүәс-сәмииғул-ғәлиим».
Мәғәнәһе: «Алла исеме менән, уның исеме менән ерҙә лә, күктә лә һис нәмә зарар килтерә алмай. Сөнки Ул – һәр нәмәне ишетеүсе, белеүсе».
Әлеге аят һәм зикерҙәр – уларҙы ихластан Аллаға ышанып һәм тәүәккәл ҡылып уҡыған кешеләр өсөн сихырҙан һаҡланыуҙың иң мөһим саралары. Был шулай уҡ, һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып ялбарған осраҡта, сихыр һәм боҙом зарарын бөтөрөү ысулы булып тора.