Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Февраль 2022, 14:38

"Аятел-Көрси" доғаһы

Дуҫтар, был көслө аятты үҙ сәхифә-диуарығыҙға алып ҡуйығыҙ һәм форсат сыҡҡан һайын ҡабатлап, ятлап алырға тырышығыҙ!

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.Аллаһү лә иләһә иллә һүәл-хәййүл-ҡаййүм. Лә тәъхуҙуһү синәтү үә лә нәүм. Ләһү мә фиссәмәүәти үә мә фил-әрз. Мән ҙәл-ләҙи йәшфәғү ғиндәһү иллә би иҙниһ. Йәғләмү мә бәйнә әйдиһим үә мә халфәһүм. Үә лә йүхитүнә бишәй им мин ғилмиһи иллә бимә шәъ. Үәсиғә күрсиййүһүссәмәүәти үәл әрҙ. Үә лә йә үдүһү хифҙуһүмә үә һүәл-ғәлиййүл-ғазим.

* «Аятел-көрси» – Ҡөрьәндәге иң мөһим аяттарҙың береһе. Уны көн һайын уҡыу сихырҙан, күҙ тейеүҙән, насар уйлы кешеләрҙән һаҡланырға ярҙам итә. Сирләгән кешегә уҡыһаң, сихәт табыр.* Аятел-Көрси"ҙе бер уҡыу мең аят уҡыу менән берҙер (Хәҙис-шәрифтән). Уны уҡыу Ҡөрьәндең дүрттән бер өлөшөн уҡыуға тиң.* "Аятел-Көрси"ҙе уҡыусы ендәрҙең яуызлығынан иртәнән кискә, кистән иртәгә ҡәҙәр именлектә булыр.* Өйгә ингәндә "Аятел-Көрси"ҙе уҡыу шайтанды өй тупһаһы аша үткәрмәҫ.* Өйҙән сыҡҡанда "Аятел-Көрси"ҙе уҡыусы кешене Аллаһ Тәғәлә мохтажлыҡтан ҡотҡарыр.* Йоҡларға ятыусы "Аятел-Көрси"ҙе өс тапҡыр уҡыһа, алама төштәрҙән һаҡланыр.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровПриемная Комиссия
Читайте нас: