Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Ғинуар 2022, 07:00

Ярһып асыуланғанда нимә эшләргә?

Бындай осраҡтарҙа ике ысул ҡул­ланыла.

Беренсе ысул: иҫкәртмәле рәүештәге саралар, йәғни алдан хәстәрлек күреү.

Гонаһтарҙан һаҡланыу кешегә бушҡа ғына ҡушылмаған. Йүнһеҙ, гонаһлы кеше шайтан ҡулында уйынсыҡ һымаҡ. Асыу – ул шайтандың кешегә йоғонто яһауы. Унан тәһәрәт, һыу, доғалар менән һаҡланырға кәрәк. Бөтөн гонаһ шайтанды һөйөндөрә. Сөнки уның төп эше – кешене тура юлдан (һиҙәйәттән) яҙҙырып, тамуҡҡа табан илтеү.

Икенсе ысул: кешене асыу биләгәндән һуң ниҙер эшләү.

  1. Бындай ғәмәлдәр дүрт юл менән башҡарыла: Аллаһы Тәғәләнән таштар менән ҡыуылған шайтандан һаҡлауҙы һорау. Йәғни “Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-раджим” тип әйтеү.
  2. Намаҙ алдынан ҡылына торған тәһәрәт алыу. Сөнки тәһәрәтле кеше шайтан өсөн тимер кейем кейгән яугир һымаҡ булыр. Уға шул ваҡытта бер зарар ҙа ҡыла алмаҫ. Шуға ла өшкөрөү менән шөғөлләнгән кеше һәр ваҡыт тәһәрәтле килеш була.
  3. Асыуға тарыған кешенең хәлен үҙгәртеү юлы менән был зарарҙан һаҡланырға. Уға ултырырға йәки ятырға, бүлмәнән сығырға йәиһә һүҙен тамамларға – быларға оҡшаш нимәнелер эшләргә кәрәк булыр.
  4. Ҡөрьәндә һәм сөннәттә әйтел­гәндәрҙе: асыуын тота белгәндәрҙең ҙур әжерҙәр менән бүләкләнеүен оноторға ярамай. Уңышһыҙлыҡтар ҙа асыуға сәбәп.
Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: