Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Ғинуар 2022, 21:30

Төштәр хаҡында

«Изге төш – Аллаһы Тәғәләнән, ә насар төш – шайтандан, үҙенә оҡшамағанды күреүсе өс тапҡыр һул яғына төкөрһөн һәм Аллаһы Тәғәләгә шайтандан ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен һәм шунда уға зыян итмәҫ».

Төштәр хаҡында
Төштәр хаҡында

Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең төш күреүҙәр һәм шуға бәйле әйберҙәр хаҡында шулай тип әйткән һүҙҙәре бар. Аллаһы Тәғәләнең илсеһе хәйерле төштәрҙе шатлыҡлы хәбәрҙәр тип тә атай.
«Ҡиәмәт көнө яҡынайыуы менән мосолмандарҙың төшө бик йыш ҡына раҫлауын табыр, сөнки мосолмандың төшө – ул пәйғәмбәрлектең ҡырҡ алтынан бер өлөшө», – тип тә белдерә. Был турала пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең әйтеүен Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән риүәйәт ителә.

 

 

Фото: https://proza.ru/2017/01/03/1182

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: