+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Ноябрь , 07:26

Салауат әйтеү – уға яҡынайыу

Был яҙмала Аллаһы Тәғәләнең бөйөк илсеһенә салауат әйтеү хаҡында һүҙ алып барабыҙ.

Һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллааһу ғәләйһи вә сәлләмдең тыуған айы – Мәүлит шәриф тамамланды. Илебеҙ мәсет-мәҙрәсәләрендә, мәҙәниәт үҙәктәрендә байрам саралары ойошторолдо. Уларҙа бөтә ғаләмдең ғорурлығы булған, кешелек донъяһының иң бөйөк шәхесенең тормош юлына арналған вәғәздәр һөйләнде, мөнәжәттәр һәм сала­уаттар әйтелде. Бындай саралар өммәтебеҙ етәксеһен тәрәнерәк белергә ярҙам итә, уға ҡарата мөхәббәтте арттыра.

Түбәндә һүҙ Аллаһы Тәғәләнең бөйөк илсеһенә салауат әйтеү хаҡында буласаҡ

 

Салауат нимәне аңлата?

Мосолмандар араһында, матбуғатта, телевидениела бәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт салләллааһу ғәләйһи вә сәлләмгә күп  салауат әйтеү хаҡында йыш хәбәр ителә. Был ғәмәлдең бәрәкәте һәм сауаплы булыуы хаҡында китаптарҙа ла күп яҙылған. Ә нимә һуң ул салауат?

  “Салауат” һүҙе беҙҙә ғәрәп телендәге “саләт” һүҙенән алынып, күплек һандағы варианты ҡулланыуға инеп киткән.  “Саләт” һүҙе эсенә күп мәғәнәне һыйҙыра: намаҙҙың исеме лә “саләт” тип атала. Ул шулай уҡ доға, бәрәкәт, маҡтау, тәбрикләү, ололау, гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау, ғәфү итеү, кисереү тигәнде лә аңлата. Бәйғәмбәргә (с.ғ.с.) салауат әйтеү хаҡында  Ҡөрьән Кәримдең “Әхзәб” сүрәһенең 56-сы аятында былай тиелә: “Хәҡиҡәттә Аллаһы Тәғәлә, Уның фәрештәләре бәйғәмбәргә салауат әйтә. Эй, һеҙ, иман килтергән бәндәләр! Уға ихласлыҡ менән, бирелеп салауат һәм сәләмдәр әйтегеҙ!” Тимәк, Бөйөк Раббыбыҙ Үҙе лә, Уның фәрештәләре лә бәйғәмбәргә (с.ғ.с.) салауат әйтә һәм мосолмандарға ла был эште ихласлыҡ менән башҡарырға бойора.  

Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) салауаты – уны Үҙенең рәхмәтенә алыуы, уны ғәфү итеүе, юғары дәрәжәләргә күтәреүе, уға күп сауап яҙыуы, уны һаҡлауы, уны һәр эшендә уңыштарға ирештереүе. Фәрештәләр иһә Аллаһы Тәғәләнән уны ғәфү итеүен, юғары дәрәжәләргә күтәреүен һорай, һәр ваҡыт уға  ярҙамға ашыға. 

 

Мосолмандар салауаты

Мосолмандар үҙҙәренең салауатында һөйөклө бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.)   изге доғалар ҡыла, уның дәрәжәләрен күтәреүҙе һорай, уны ҙурлай һәм данлай. Ә сәләмдәр юллаған ваҡытта уға именлек, тыныслыҡ, бәрәкәт теләй. Ғөмүмән алғанда, бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) салауат һәм сәләмдәр әйткәндә мөьмин-мосолмандар ҡыҫҡаса ошондай мәғәнәне эсенә алған доға ҡыла: “Эй, Раббыбыҙ! Хөрмәтле бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) исемен ҙурла һәм уның данын был донъяла ла, әхирәттә лә арттыр! Ул алып килгән ислам динен бөтә донъя халыҡтарына еткер һәм ерҙә йәшәү дауам иткәнсегә тиклем был динде һаҡла! Бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.)  әхирәттә үҙенең өммәтенә шәфәғәт ҡылырға ярҙам бир! Уға хисапһыҙ сауап яҙ! Уға  хозур һәм именлек бир!”

 

Иң ҡыҫҡа салауат

Мосолмандар сығыш яһағанда бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.)  исемен әйткән саҡта “салләллааһу ғәләйһи вә сәлләм” тигән һүҙҙәрҙе даими ҡуллана. Был нимәне аңлата? Әбү Һурайра (Алла унан риза булһын) исемле сәхәбәнән килгән хәҙистә ошондай һүҙҙәр бар. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: “Минең исемем сыҡҡан ваҡытта миңә салауат һәм сәләм әйтмәгән кешегә хәсрәт булһын!”

Ғәли ибн Әбү Талиптан (р.ғ.) килгән  икенсе хәҙистә түбәндәге  һүҙҙәр бар: “Минең исемем сыҡҡан ваҡытта миңә салауат һәм сәләм әйтмәгән кеше – иң һаран кеше”.

Йәғни донъяла иманлы бәндәләргә юл күрһәтеп, ике донъя бәхет-сәғәҙәтенә сәбәпсе булған, ун һигеҙ мең ғаләмгә рәхмәт итеп ебәрелгән һөйөклө рәсүлебеҙҙең исеме сыҡҡанда уға салауат һәм сәләм әйтмәгән кеше үҙен ҙур ниғмәттән мәхрүм итә, хәсрәткә һала, һаран тигән исемде күтәрә. Сөнки һәр бер мөьмин-мосолман өсөн бәйғәмбәр (с.ғ.с.) ата-әсәһенән, балаларынан, хатта кешенең үҙ йәненән дә өҫтөнөрәк дәрәжәлә. Беҙ уға сикһеҙ бурыслы. Шуға ла китаптарҙа, мөғәллим һәм хәҙрәттәр сығышында “салләллааһу ғәләйһи вә сәлләм” тигән салауат даими әйтелә, ҡыҫҡартып ул с.ғ.с. тигән билдә менән билдәләп үтелә.

 

Ниндәй сауаптар яҙыла?

Салауат әйтеүсегә ниндәй сауаптар яҙыла һуң? Бында ла һөйөклө рәсүлебеҙҙең (с.ғ.с.) бер нисә хәҙисен иҫкә төшөрөп үтәйек. Әбү Һурайранан (р.ғ.) килгән ике хәҙистә ошондай юлдар бар: “Әгәр берәй кеше миңә сәләм әйтһә, Аллаһы Тәғәлә был сәләмде ҡабул итеү өсөн минең рухымды йәнләндерә”. “Әгәр берәй кеше миңә бер салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә уға ун тапҡыр арттырып әжерен бирә”.

Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәғәлә юлында шәһит булып үлгән кешеләрҙең үлмәүе, бәлки тере булыуы хаҡында әйтелә. Бәйғәмбәрҙәрҙең дәрәжәһе шәһиттәрҙән күпкә өҫтөнөрәк, шуға күрә уларҙың рухтары ла иҫән, әйтелгән сәләм-салауаттарҙы ҡабул итә. Сөнки улар үҙҙәренә хас булған башҡа үлсәмдә  йәшәй. Был хаҡта бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) хәҙистәрендә шулай аңлата: “Ерҙә туҡтауһыҙ сәйәхәт итеүсе фәрештәләр бар, улар минең өммәтемдең сәләмдәрен миңә ирештереп  тора”. “Миңә күп салауат һәм сәләм әйтегеҙ. Сөнки ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа һеҙҙең салауат һәм сәләмдәрегеҙ миңә килеп ирешәсәк”.

Әйтелгән салауат һәм сәләмдәрҙең бәйғәмбәргә (с.ғ.с.) шунда уҡ барып ирешеүенә инаныу менән бергә, был ғибәҙәттең мосолмандарҙың үҙҙәренә ҙур әжер-сауаптар булып ҡайтыуы билдәле. Нәсаи тигән ғалимдан килгән хәҙистә бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) шундай һүҙҙәре бар: “Әгәр бер кеше миңә бер салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә уға ун салауат итеп әжерен яҙа, уның ун гонаһын ғәфү итә һәм ун дәрәжәгә күтәрә”. Тимәк, бер мосолмандың ихласлыҡ менән әйтелгән салауаты уға сикһеҙ ҙур сауаптар булып ҡайта, гонаһтары ғәфү ителә, йәннәттә дәрәжәләре күтәрелә.

Бер ваҡыт һөйөклө рәсүлебеҙ янына Йәбраил (ғ.с.) фәрештә килә лә шундай хәбәрҙе еткерә: “Эй, Алланың илсеһе! Һине шул хәбәр һөйөндөрмәҫме?! Һинең өммәтеңдәге һәр мөьмин-мосолман һиңә бер салауат әйтһә, мин Алланан уны ғәфү итеүҙе һорайым, әгәр һиңә бер сәләм әйтһә, мин уға ун сәләм менән яуап ҡайтарам” (Нәсаи).

 

 Ҡасан  әйтеү яҡшыраҡ?

Салауатты һәр ерҙә, һәр ваҡыт әйтеү сауаплы. Бының өсөн тәһәрәт тә, айырым шарттар ҙа кәрәкмәй. Бары тик был эште ихласлыҡ менән, бәйғәмбәребеҙҙе (с.ғ.с.)  яратып башҡарырға кәрәк. Беҙҙең өсөн бөтә ғүмерен бағышлаған, “Өммәтем! Өммәтем! Өммәтем!” тип күҙ йәштәре түккән, динебеҙҙе иң гүзәл рәүештә еткереү өсөн йәнен аямаған, иң юғары әхлаҡ эйәһе булған бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.)  тормошон өйрәнгән, артынан эйәрергә ынтылған кешенең уға мөхәббәте көндән-көн үҫә. Һәм күңелендә уға күберәк сәләм-салауаттар әйтеү теләге лә арта бара. Шулай ҙа салауатты йома көндө күберәк әйтеү сауаплыраҡ. Был хаҡта хәҙистәрҙә лә әйтелә.

 

Күпме әйтеү яҡшыраҡ?

Мәүлит айында салауатты күпләп әйтеү, мөмкин тиклем бәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.)  ҙурлау ғәҙәткә инә бара. Башҡортостаныбыҙҙа ла  Аллаһы Тәғәләнең илсеһенә (с.ғ.с.)  күңелендә оло мөхәббәт йөрөткән, туҡтауһыҙ уға салауат әйтергә тырышҡан мөс­лимәләребеҙ арта бара. Бер нисә йыл элек Чечня Башлығы Рамзан Ҡадиров Мәүлит айында илендәге һәр мосолманға 100 мең салауат әйтергә тәҡдим яһағайны. Төркиә, Дағстан ерҙәрендә  мөслимәләр был айҙа  хатта миллион салауат әйтергә өлгөрә икән. Ҡайһы берәүҙәр, бер айҙа шул тиклем салауат әйтеү мөмкинме, тигән һорау бирер. “Салләллааһу ғәләә Мүхәммәд”, “Аллаһуммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәд” тигән ҡыҫҡа салауаттарҙы әйткәндә, мөмкиндер.

Ә беҙгә көн һайын күпме салауат әйтергә һуң? Бында инде шуны әйтә алабыҙ: һәр кем үҙенең иманы дәрәжәһендә тырышһын. Әммә ҡиәмәт көнөндә бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) шәфәғәтен өмөт иткән һәр бер мосолман көнөнә 100 салауаттан да кәм әйтмәҫ. Һәр кем көсөнән килгәнсә арттыра ала, эшкә барғанда-ҡайтҡанда, ашарға әҙерләгәндә һәм башҡа төрлө эште үтәгәндә, күңелебеҙ менән уға йүнәлеп, бик еңел генә салауаттар әйтергә була.

Юғарыла әйтелгәнсә, был салауаттар гонаһтар ғәфү ителеүгә, Аллаһы Тәғәләгә, бәйғәмбәргә (с.ғ.с.)   яҡынайыуға, әхлағыбыҙ яҡшырыуға, тормошобоҙҙа бәрәкәт артыуға  һәм тағы бик күп сауапҡа сәбәп буласаҡ. Шуға ла беҙҙең өләсәйҙәребеҙ уны яратып, күпләп әйткән, теленән төшөрмәгән. Беҙгә лә улар үрнәгендә бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.)  эйәрергә, салауат әйтеүҙе ихласлыҡ менән ғәмәлгә ҡуйырға, ҡиәмәт көнөндә уның шәфәғәтенә ирешергә насип булһын.Махсус битте Өфө ҡалаһының“Ихлас” мәсете эргәһендәге Вил Ҡазыйханов исемендәге Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе етәксеһе Фатима ФӘТҠУЛЛИНА әҙерләне.

Автор:Зухра Ягудина