Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Ноябрь 2021, 07:05

“Фатиха” сүрәһе – “Ҡөрьәндең әсәһе”

Хөрмәтле редакция!

Күптән түгел ковид менән ауырып, дауаханала яттым. Шунда миңә мөслимә ҡәрҙәшем телефондан тыңлау өсөн “Фатиха” сүрәһен ебәрҙе. Өс сәғәт дауам иткән яҙманы ҡолаҡсындар менән йоҡлағанда  тыңланым. Шул уҡ  төндө миңә еңеллек килде. Интернеттан ҡарағас, был сүрәнең шифа биреүсе икәнен белдем. Ошо хаҡта гәзиткә яҙһағыҙ, башҡа ауырыуҙар ҙа Аллаһы Тәғәләнең мосолмандарға ниндәй бөйөк ниғмәт биргәнен аңлар ине. Был сүрә намаҙҙа ла уҡыла. Тәржемәһен аңлап, мәғәнәһен төшөнөп уҡыу өсөн гәзит уҡыусыларға ярҙам итеү бик сауаплы буласаҡ. Һеҙгә иҫәнлек һәм именлек, ауыр эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

 Ихтирам менән — Мәҙинә Ғилманова.

Ҡырмыҫҡалы районы. 

Гәзит уҡыусыбыҙҙың хатына яуап итеп, ошо һандың тулы  битен “Фатиха” сүрәһенә бағышлайбыҙ. Киләсәктә мосолмандар көн һайын уҡырға тейешле башҡа  сүрәләрҙең дә уҡылышын һәм мәғәнәһен бирергә йыйынабыҙ.

Намаҙҙа уҡылышы

Был сүрә намаҙҙың һәр рәҡәғәтендә уҡыла. Алланың  һөйөклө ҡоло һәм Рәсүле Мөхәммәт салләәллааһу ғәләйһи вәсәлләм: «Фатиха» сүрәһен уҡымаған кешенең намаҙы тулы түгел», – тине. Әбү Һурайранан (р.ғ.) килгән хәҙистә Рәсүлебеҙ (с.ғ.с.) түбәндәгеләрҙе бел­дерҙе.

«Бөйөк Раббыбыҙ Алла әйтте: «Мин ҡоломдоң намаҙын ике өлөшкә бүләм. Яртыһы – уға, яртыһы – Миңә. Әгәр бәндәм: «Әлхәмдүлилләәһи Раббилғәә­ләмиииин», – тип әйтһә, Алла уға: «Ҡолом мине маҡтаны», – тип яуап бирә. Ҡасан бәндә: «Әррахмәәниррахиииим», – тиһә, Алла: «Ҡолом мине тейешенсә ҙурланы», – тип яуаплай. Әгәр бәндә: «Мәәлики йәүмиддиииин», – тип әйтһә, Алла: «Ҡолом мине данланы», – тиәсәк. Ҡасан бәндә: «Иййәәкә нәғбүдү вә иййәәкә нәстәғиииин», – тиһә, Алла: «Был –Минең менән һәм Минең ҡолом араһындағы. Һәм ҡолом үҙе һорағанды аласаҡ»,– тип яуаплай. Һәм ҡасан бәндә: «Иһдинә-ссыйрааталь-мүстәҡыиийм. Сыйраа­талләҙиинә ән­ғәмтә ғә­ләйһим ғайрил мәғдууби ғәләйһим вәләд­даааааал­лиииин», – тип әйтһә, Алла: «Был – Минең ҡолома тейешлеһе. Һәм уға һорағаны биреләсәк», – тип яуаплай (Мөслим).

Намаҙ – бәндә менән Аллаһы Тәғәлә араһындағы бәйләнеш. Ҡулдарын күтәреп, «Әллааһу әкбәр» тигән тәкбир-тәхримде әйткәндән алып  сәләм биргәнгә тиклем намаҙ уҡыусы  Алланың хозурында. Һәм  «Фатиха» сүрәһендәге һәр бер аятты уҡығандан һуң Бөйөк Раббыбыҙ уларға яуапты биреп бара. Күҙ алдына килтереүе лә ауыр, мил­лиардлаған галактиканың Раббыһы намаҙ уҡыусынан һәр аятты ҡабул итеп, уға яуап ҡайтара! Һәм бәндәгә һорағанын бирергә вәғәҙә итә. Намаҙ уҡыған мосолманға ниндәй бөйөк дәрәжә!

«Әғүүҙү билләәһи минәшшәй­таанир­раджиим».

«Әғүүҙү» – һыйынамын. «Билләәһи» – Аллаға. «Мин-әшшәйтаани» – шайтандан. «Әрраджиим» – таш атып (йәннәттән) ҡыуылған.

Намаҙға ингәндә, Ҡөрьән уҡый башлағанда  был һүҙҙәрҙе әйтеү менән бәндә Аллаһы Тәғәләнең һағы аҫтына инә. Нимәнән дә булһа ҡурҡып, әсәһенең ҡосағына атылған бала кеүек, шай­тандың бөтә яуызлығынан Раббыһына  һыйынып,  яҡлау таба. Асыу килгәндә, ҡурҡҡанда, күңелдә вәсвәсәле уйҙар тыуғанда, ғөмүмән, төрлө хәлебеҙҙә был доғаны мөмкин тиклем йышыраҡ уҡыу Алланың ярҙамына ишек аса, еңеллек бирә, асыуҙы һүндерә. Был хаҡта Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күп әйтелә. Был доға «Истиғаза» тип атала.

«Бисмилләәһиррахмәәниррахиииим».

«Бисмилләәһ» – (би – менән; исми – исем; Илләәһ – Алла исеме и хәрефе менән ҡушыла). Был «Алла исеме менән» тигән мәғәнәне аңлата. Ғәрәпсә «Бәсмәлә» тип атала.  Был һүҙҙе һәр хәлебеҙҙә, һәр хәрәкәтебеҙҙә  даими ҡабатлау тейешле. Һөйөклө бәй­ғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) «Бисмилләәһ»тән тыш  башланған эш киҫек, өҙөк, уның дауамы юҡ», – тине. Йәғни унһыҙ башланған һәр эштең бәндә өсөн һөҙөмтәһе, файҙаһы юҡ. Молекулала атомдар, ғаләмдә планеталар, бөтә нәмә шул һүҙ менән хәрәкәт итә. Йәнле һәм йәнһеҙ нәмәләр был кәлимә менән вазифаһын башҡара.

«Әррахмәәниррахиим».

«Әр-Рахмән» – мәрхәмәтле, шәфҡәтле. Был доньяла бөтә мәхлүгенә сикһеҙ ниғмәттәрен биреп тәрбиә ҡылыусы, иманлылар ҙа, иманһыҙҙар ҙа, ҙур гонаһлылар ҙа ошо исем менән ғүмер буйына Уның ризыҡтарын ашай, ер шарындағы бөтә ниғмәттән файҙалана.

«ӘрРахиим» – мәрхәмәтле, шәфҡәтле. Ахирәттә был исеме менән бары тик мосолмандарға ғына мәрхәмәтен күрһәтеүсе, гонаһтарын ғәфү итеүсе, рәхмәтенә алып йән­нәткә индереүсе.

«Әлхәмдүлилләәһи Раббиль- ғәәләмиииин».

«Әлхәмдү» – оло маҡтау һәм шөкөр. «Лилләәһи» – Аллаға. «Рабби» – Раб­быһына. «Әлғәәлә­миииин» – ғаләм­дәрҙең. «Әлхәмдү­лилләәһи» – оло, ысын, хас булған маҡтау бары тик Аллаға тейешле. Был һүҙҙе мөмкин тиклем күберәк әйтеүсе – Аллаға тейешле маҡтауҙы биреүсе. Һәр эштең башында «Бисмилләәһ», ахырында «Әлхәмдүлил­ләәһ» тип әйтеү әлеге ғәмәлде сауаплы эшкә әйләндерә.

«Раббым» – Алланың бер исеме. Ул – юҡтан бар ҡылыусы, тәрбиәләүсе, ризығын хәстәрләүсе, тәҡдирҙе бил­дәләүсе мәғәнәләрен эсенә ала. Ғаләмдәр Раббыһы тигәндә бөгөн беҙ  уларҙың бик күп икәнен, астрономия фәненә нигеҙләнеп, йыһандың көндән-көн ҙурайғанын беләбеҙ. Әлеге аят бәндәне шундай бөйөк Алла менән бәйләй, Уға сикһеҙ маҡтау-шөкөрөн белдерергә ярҙам итә.

«Әррахмәәниррахиииим».

Был аят «Бисмилләәһ» кәлимәһе янында аңлатылды.

«Мәәлики йәүмиддиииин».

«Мәәлики» – Батшаһына. «Йәүми» – көндөң. «Әддиин» – Ҡиәмәт көнөнөң.

Бында ул әжер һәм яза биреү көнөнөң мәғәнәһен аңлата.

Бөтә яралтылған үлтерелеп, бер Аллаһы Тәғәлә ҡалғандан һуң, Раббыбыҙ иҫәп-хисап ҡылыу, әжер һәм яза биреү өсөн һәммәһен яңынан терелтә. Иманлылар йәннәткә индерелә, иманһыҙҙар йәһәннәмгә оҙатыла. Һәр кем ҡылған ғәмәле өсөн тейешле язаһын аласаҡ.

«Иййәәкә нәғбүдү вә иййәәкә нәс­тәғиииин».

«Иййәәкә» – Һиңә генә. «Нәғбүдү» – ғибәҙәт ҡылабыҙ. «Вә иййәәкә» – һәм Һиңә генә. «Нәстәғиииин» – ярҙам һорап йүнәләбеҙ.

Ниңә намаҙ уҡыусы «ғибәҙәт ҡылабыҙ, ярҙам һорап йүнәләбеҙ» тип күмәк кешеләр исеменән һорай? Беҙ намаҙҙа Раббыбыҙға йүнәлгәндә бөтә Ер шарындағы Мөхәммәт (с.ғ.с.) өммәтен, ике миллиардҡа яҡын мосолманды күҙ алдына килтерәбеҙ.  Һәм бөтә өммәтебеҙ исеменән доға ҡылабыҙ.

«Иһдинәссыйрааталь-мүс­тә­ҡыиийм».

«Иһдинәә» – күндер беҙҙе, алып бар беҙҙе. «Әс-сыйраата» – юлдан. «Әл- мүстәҡыииийм» – тура.

«Сыйрааталләҙиинә әнғәмтә ғә­ләйһим ғайриль-мәғдууби ғә­ләйһим вәләддааааааллиииин. Әәмииин».

«Сыйрааталләҙиинә» – шундайҙарҙың юлынан. «Әнғәмтә» – ниғмәт итеп бирҙең Һин. «Ғәләйһим» – уларға (бәй­ғәм­бәрҙәргә, шаһиттарға, мөьминдәргә, беҙгә тиклем булған бөтә иманлы кешеләргә). «Ғайри» – башҡа. «Әл­мәғдууби» – Һинең асыуың төш­кәндәрҙән (йәһүдтәр күп бәйғәмбәрҙе үлтерҙе, бәйғәмбәр Мөхәммәтте (с.ғ.с.) инҡар итте, хәҡиҡәтте белгән килеш Аллаға буйһонманы. Бында шулай уҡ Алланың барлығын, бәйғәмбәрҙе белә тороп, Раббыбыҙҙың әмерҙәрен үтә­мәгән мосолмандар ҙа инә). «Ғәләйһим» – уларға. «Вәләддааааааллиииин» – һәм аҙашҡандар (былары насраниҙар, йәғни христиандар тип килтерелә. Улар Ғайса ғәләйһиссәләмде артыҡ ҙурлап, Алланың улы тип ҡабул итә). Һинең асыуың төшкән һәм аҙашҡандарҙан башҡа­ларҙың юлынан.  «Әәмиин» – ҡабул ит.

Намаҙ уҡығанда һәр мосолман ошо сүрәнең ололоғон, Раббыбыҙҙың һүҙҙәре икәнлеген, Уның сикһеҙ бөйөклөгөн аңлап уҡырға тейеш.Махсус битте Өфө ҡалаһының “Ихлас” мәсете ҡаршыһындағы Вил ҠАЗЫЙХАНОВ исемендәге Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе етәксеһе Фатима ФӘТҠУЛЛИНА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: