Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Октябрь 2021, 07:35

Һүҙҙең дә ҡөҙрәте бар

Кешене рәнйетеү, асыуың килеп, уны ҡарғау донъялағы иң ҡурҡыныс гонаһтарҙың береһе һанала.

 Тормошта күҙәткәнегеҙ барҙыр: ҡайһы берҙә әҙәм балаһы һау-сәләмәт йөрөгән еренән сирләп китә, кибә, йөҙөнән нур юғала. Был ҡарғыштың ҡабул булыуы түгел, ә әйләнеп ҡайтыу күренеше. Сөнки башҡаларға яман теләк теләгән кешене алда ҙур һынау көтә. Кеше, ғәҙәттә,  асыуы килгәндә ҡарғай. Ҡарғыштың ниндәй йоғонто яһауын ғалимдар ҙа тикшереп ҡараған. Тикшеренеүселәр арабидопис үҫем­легенең орлоғон сәсә лә, уны насар һүҙҙәр әйтә-әйтә үҫтерә. Һөҙөмтәлә үҫемлектең 40 мең рентген нурланыу алыуы асыҡлана. Был көслө дозанан ДНК селтәре менән хромосомалар өҙөлә, гендар алмашынып бөтә, күп орлоҡ юҡҡа сыға. Иҫән ҡалғандарының да генетик аппараты кире программаға көйләнә. Иҫ киткес мутациялар башланып, үҫемлек сирләй һәм үлә. Ғалимдар шуныһына иғтибар итә: эксперимент һөҙөмтәһе һүҙҙәрҙе ҡысҡырып йәки эстән генә әйткәндән тормай. Тикшеренеүселәр ҡысҡырһа ла, тыныс тауыш менән һөйләһә лә, шыбырлаһа ла, теләһә ниндәй осраҡта ла һөҙөмтә бер  төрлө була. Үҫемлекте тауыштың көслө булыуы түгел, ә әйтелгәндең мәғәнәһе кире булыуы юҡҡа сығара.

Ғалимдарҙың ҡайһы бер тәжрибәләре  ҡарғауҙың, үҫемлектең генетик аппаратын   зарарлауҙан тыш, уның үҫентеләрен үлтереүен дә күрһәтә. Фауна менән кешеләр араһында айырма ҙур булһа ла, кире һүҙ, бәддоға уҡыуҙың кеше организмына ла, хайуандарға ла, үҫемлектәргә лә йоғонтоһо бер төрлө. Шуға ла ҡарғыш генетик аппаратты зарарлай. Емергес йоғонтоноң механизмы нисек һуң? Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һүҙ һыуҙың структураһын ныҡ үҙгәртә, ә кеше организмында был шыйыҡлыҡ 80 процент тәшкил иткәс, кәүҙәбеҙ уны ниндәй  һүҙҙәр менән эшкәртеүҙәренә һис тә битараф түгел, үҙенә һеңдерә бара.

Кешенең һөйләүе йоғонтоһонда һыу молекулалары ҡатмарлы бер төркөм төҙөй. Насар һүҙҙән улар ағыуға оҡшаш структураға берләшә, ә яҡшы һүҙҙән һыу молекулалары нәҫел молекулаһына оҡшаш сифаттарҙы ала. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы,  тигәндәй, йәшәүгә көс биргән  изге һүҙҙәр менән үҙ-үҙебеҙҙе, тирә- йүндәгеләрҙе һауыҡтырабыҙ.

Ҡарғыш зыян килтерә, доға уҡыу тәнде, йәнде һауыҡтыра. Һүҙҙәр кемгә йүнәлгән булыуына ҡарап түгел, ә бөтә тыңлаусыларға ла тәьҫир итә. Әгәр ҙә ҡатын, балаларын ҡурсалап, ирен ҡарғай икән, бәддоға уның балаларына, бөтә нәҫеленә төшә. Был хәлдә тик тәүбә итергә, Хоҙайҙан ярлыҡау, ғәфү итеүен һорарға кәрәк.

Уйлаған уйҙарығыҙ һәр саҡ саф, таҙа булһын. Һүҙ төрлө матди көстән көслөрәк, унда тылсым бар.  Тормошта кешенең шатлыҡлы ла, хәсрәтле лә мәлдәре була. Шул мәлдә әҙәм балаһының күңелен йәрәхәтләүҙән бик һаҡланырға кәрәк. Кешегә асыуланғанда, нәфрәтләнгәндә һис кенә лә бәддоға уҡырға ярамай. Ул ҡабул ҡылынып, кешене һәләк итеүе мөмкин. Бының икенсе яғы ла бар: ул – хаҡ нәфрәтләнеү. Әгәр бәддоға булмай икән, уның үҙенә ҡайтыуы ла мөмкин. Бәддоға исламда хупланмай. Нәфрәтләнгәндә, асыу тотҡанда, рәнйегәндә сабыр булырға кәрәк.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: