Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Октябрь 2021, 07:30

Шөкөр итһәгеҙ, ниғмәттәрегеҙ артыр

Кешенең үҙ хәленән ҡәнәғәт була белеүе, шул арҡала Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтен белдереүе шөкөр тип атала. Шөкөр итеү ғаләмдәр тәрбиәсеһе – Хоҙайҙы ололау, ҙурлау тигәнде аңлата. Донъялыҡта бар нәмәне Раббыбыҙ юҡтан бар иткән.

Шөкөр өс төрлө була.

Ҡәлб, йөрәк менән шөкөр итеү – һәр ниғмәттең Алланың бирмеше икәненә ысын күңелдән ышаныу. Беҙгә өлгәштерелгән ниғмәттәрҙең барыһы ла –  Алла бирмеше. Шуға инанған иманлы кеше – мосолман, ниғмәткә, байлыҡҡа өлгәшһә, Алла юлынан һис тайпылмаҫ. Ниғмәткә шөкөр итеү ниғмәтте арттыра. Уның ҡәҙерен белмәү – исрафлауға сәбәпсе. Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә шулай ти: «Биргән ниғмәтемә шөкөр итһәгеҙ, ул ниғмәттәрҙе арттырырмын. Әгәр ҡуфрән ҡылһағыҙ, ҡәҙерен белмәһәгеҙ, ысынлап та, ғазабым көслө»  («Ибраһим» сүрәһе, 7-се аят).

Тел менән шөкөр итеү. Һәр ниғмәтте Алла биргәнен аңлап, тел менән шөкөр әйтеү. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә шулай тигән: «Ҡолона Алла бер ниғмәт бирһә, ҡол: «Әлхәм­дүллила!» – тиһә, был ниғмәттең  шөкөрө үтәлгән булыр. Ҡол икенсе мәртәбә: «Әлхәмдүллила!» – тиһә, Хоҙай ул кешенең сауабын арттырыр. Ҡол өсөнсө мәртәбә: «Әлхәмдүллила!» – тиһә, Аллаһы Тәғәлә шул кешенең гонаһтарын ярлыҡар».

Ағзалар менән шөкөр итеү.  Намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хаж ғәмәлен үтәү кеүек ғибәҙәттәр менән Алланың динен аңлатыу, таратыу, дин юлында хеҙмәт итеү ҙә тән менән шөкөр итеүгә инә.

Шөкөр иткән кеше бер ваҡытта ла Раббыһын онотмаҫ. Ундай кеше донъялыҡтағы ниғмәттәре менән тәкәбберләнмәҫ, үҙен бүтәндәрҙән өҫтөн күрмәҫ.

 

Ризаитдин бин ФӘХРЕТДИН.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: