Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Сентябрь 2021, 07:18

Малдың бәрәкәте – ғөшөр саҙаҡаһында

Был йылыбыҙ ямғырға мул булманы. Әҙәм балалары ҡайғы-хәсрәткә төштө, йәнәһе, быйыл икмәк, картуф һәм башҡа төр ризыҡ булмаясаҡ икән. Тик биреүсе лә, белеүсе лә – фәҡәт Аллаһы Тәғәлә генә... Хоҙай мул уңыш йыйып алырға матур көҙөн дә насип итһен.

Ҡөрьән Кәримдәге “Бәҡара” сүрәһенең 277-се аятында Раббыбыҙ: “Иман килтереп изге ғәмәлдәр ҡылыусы, намаҙҙарын уҡып, зәҡәт саҙаҡаларын биреүсе мөьминдәрҙең әжере Хоҙай Тәғәлә хозурында. Уларға  Ахирәттә ҡурҡыу һәм көйөнөү булмаҫ”, – тигән.

Аллаһы Тәғәлә тәнебеҙҙе паклау өсөн ураҙа ғибәҙәтен яралтҡан булһа, малыбыҙҙы паклау өсөн зәҡәт саҙаҡаһы биреүҙе фарыз итте. Зәҡәт саҙаҡаһы биреү өсөн ҡулыбыҙҙағы мал, байлыҡ 84 г алтын хаҡына етеп (әлеге аҡсаға әйләндерһәң, 310 һумға тиң), бер йыл дауамында тотонолмай һаҡланһа, шул байлыҡтың 2,5 процентын мохтаждарға биреү мотлаҡ.

Ғөшөр саҙаҡаһына килгәндә, “ғөшөр” һүҙе ғәрәп теленән “ундан бер” тип тәржемә ителә. Зәҡәттең бер төрө булып тора. Башҡа төр саҙаҡаны күрһәтмәй биреү хупланһа ла, зәҡәт, ғөшөр саҙаҡаларын, башҡаларҙы ла ҡыҙыҡтырыу маҡсатында, күрһәтеп биреү рөхсәт ителә, сөнки был төр саҙаҡа  Аллаһы Тәғәләнең әмере, бойороғо булып тора. Ә фарыз ғәмәлде эшләү мәжбүри түгел.

Хәтеремдә, 2000 йылдарҙа Туймазы районының Мәтәүтамаҡ ауылынан Әхтәм хәҙрәт мәҙрәсә шәкерттәренә бер феләгә бал килтергәйне. Ҡабул итеп алдыҡ, доғалар ҡылдыҡ. Икенсе йыл – ике, өсөнсө йыл – өс, һуңынан дүртәр феләгә бал килтерә торған булды. Ике тиҫтә йылдан ашыу дини уҡыу йортонда белем алыусылар балдан өҙөлмәй. Әхтәм хәҙрәткә, ҡатынына, был изге эште дауам итеүсе балаларына рәхмәт. Хәҙрәтебеҙ быйыл авгус­та вафат булды, урыны йәннәттә булһын.

Ямғыр һыуы менән үҫкән уңыштың – ундан берен, ә һыу һибеп үҫтергән уңыштың егерменән бер өлөшөн мохтаждарға, шулай уҡ Алла динен өйрәнеүсе шәкерттәргә биреү фарыз ғәмәл һанала.

Беләбеҙ, элек-электән ата-бабаларыбыҙ, көҙ айҙары етеп, баҡса эштәре тамамланғас, йыл дауамында үҫтерелгән уңыштан ғөшөр саҙаҡаһын мохтаждарға тапшыра ине. Бал ағыҙһа – балын, картуф, сөгөлдөр, кишер һәм башҡа уңышынан өлөш сығарҙылар.

Һуңынан был күркәм ғәмәл онотолдо, әммә илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу осоро башланыу менән халҡыбыҙ һис шикһеҙ үтә­лергә тейеш булған зәҡәт, ғөшөр саҙа­ҡаларын тапшырыу бурысын үтәргә тотондо. Сөнки халҡыбыҙ ҡабат асылына, диненә ҡайта. Аллаға меңләгән шөкө­рәнәбеҙ булһын.

Туймазы районының Мәтәүтамаҡ ауылынан Әхтәм хәҙрәт ғаиләһе, Баҡалы райо­нының Урманай ауылынан Мәүлитйән ағай, Йәрмәкәй районы имам-мөхтәсибе Фидан хәҙрәт Тимербаев, шул уҡ райондың Түбәнге Ҡарамалы ауылынан Ринат хәҙрәт, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан имам-мөхтәсиб Рөстәм, Ғәлимйән хәҙрәт­тәр һәм башҡа дин ҡәрҙәштәребеҙ был изге эшкә ҡушылды. Уларҙың барыһына, район, ауыл халҡына һәм ҡалабыҙ мосолмандарына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Аллаһы Тәғәләгә шөкөр, хәҙер ғөшөр саҙаҡаһын район, ауыл ерҙәренән барып алырға махсус транспортыбыҙ ҙа бар, ялларға ла кәрәкмәй, шылтыратығыҙ ғына.

Хәләл малығыҙҙан, республикабыҙҙың күпселек районынан килеп, мәҙрәсәбеҙҙә дин ғилеме алыусы балаларға тапшырған саҙаҡағыҙ бәрәкәтендә Аллаһы Тәғәлә көтөлмәгән ерҙән малығыҙҙы арттырһын, ғаиләгеҙгә именлек, балаларығыҙға юғары әхлаҡ насип итһен, тип изге доға ҡылабыҙ.

Беҙҙең адрес: Октябрьский ҡалаһы, Комсомол урамы, 22-се йорт (“16-сы мәктәп”  туҡталышы).

Белешмәләр өсөн телефондар (факс): 8 (3467) 6-69-64, 8-905-355 10 25, 8-937-485 26 30.

Электрон адресы: [email protected]. Сайт: www. oktmedrese.ru.

 

Мәүлейән хәҙрәт СИБӘҒӘТУЛЛИН,

“Нурул-Ислам” мәҙрәсәһенең имам-ахуны.

Октябрьский ҡалаһы.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: